Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2020, 11:30

Юлаевсылар ЦСКА-ны еңде!

....

Кисә “Салауат Юлаев” хоккей командаһы КХЛ-дың уҙған миҙгел чемпионы ЦСКА командаһы менән осрашты.
Николай Цулыгин командаһы уйынды шәп тиҙлек менән башлап ебәрҙе. Әлбиттә, был көйәрмәндәрҙә голдың ҡунаҡтар ҡапҡаһына тиҙ эләгәсәгенә ышанысты арттырҙы. Тик улар ҙа был хәлгә яуапһыҙ ҡалманы, тиҙ генә бирешергә теләмәне. “Салауат Юлаев” командаһы ла бер ҙә албырғап ҡалманы, 20 секундтан һуң улар тағы алға сыҡты. Оҙаҡламай иҫәп 2:1 ине. Был, нигеҙҙә, Хартикайнендың тырышлығы һөҙөмтәһендә килеп сыҡты. Тик был ғына етмәне, республика командаһы боҙҙа тағы етеҙерәк уйнай башланы һәм һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәне. Иҫәп беҙҙең файҙаға 3:1 булды.
Ә бына икенсе 20 минутлыҡ уйын Николай Цулыгин командаһы өсөн еңел бирелмәне, ҡунаҡтар туҡтауһыҙ алға ынтылды, уйын бик ҡыҙыу барҙы. Өсөнсө осорҙа ла ҡунаҡтар хоккейсыларыбыҙ ҡапҡаһына гол индереү өсөн бар тырышлығын һалды. Әммә беҙҙекеләр был юлы таһыллыраҡ булып сыҡты һәм Умарктың голы менән уйын 4:2 иҫәбенә тамамланды.
Читайте нас: