Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Ғинуар 2020, 15:04

Боҙҙағы һүрәттәр, балҡып ултырған шыршы таң ҡалдырҙы...

#Яңы2020йыл

Яңы йылды матур ҡаршылау өсөн республикала бик күп эштәр башҡарылды: сағыу иллюминациялар, тере һәм пиксель шыршылар, 800-ҙән ашыу боҙ ҡаласығы һәм сауҙа үҙәктәре эргәһендә 100-ҙән ашыу майҙансыҡ барлыҡҡа килде.
Сибайҙағы яһалма пиксель шыршы күптәрҙең күңеленә хуш килгән. Ундағы майҙансыҡтан кеше өҙөлмәй, балалар ҡар тауҙарында кинәнеп шыуа, иҫтәлеккә фотоға төшә. Сибай "Әкиәт" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлфиә Уйылданова әйтеүенсә, Яңы 2020 йылға ҡуйылған шыршы бигерәк матур балҡып ултыра, әммә таң ҡалдырғаны шыршы ғына түгел, ә боҙҙағы һүрәттәр булған. Заманына күрә, пиксель шыршыһы хәҙерге балаларға бик оҡшай. Тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу йәһәтенән дә бик ҡулай. Сибайҙар оҫталарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Республика етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса, төбәктең һәр ҙур ҡалаһына пиксель шыршылар ҡуйылды, боҙ майҙансыҡтар төҙөлдө. Уларҙы әҙерләүҙә Италиянан килгән белгестәр ҡатнашты.
Читайте нас: