«РИА Яңылыҡтар» хәбәр итеүенсә, законға үҙгәрештәр индерелгән осраҡта йәштәр 18 йәш тулғансы уҡ өйләнешә аласаҡтар. Әлеге закон проектын Дәүләт Думаһына 2021 йылдың февралендә тәҡдим итергә йыйыналар. Хәҙерге ваҡытта 18 йәшкәсә өйләнешеү төрлө төбәктә төрлөсә ҡаралған. Әйтәйек, беҙҙә ҡатын бала көтә икән, яҙылышыуҙы 18 йәш тулғансы ла рөхсәт итәләр.