6 ғинуарҙа Әлшәй районының Раевка ауылынан 21 йәшлек Андрей Михайловтың ата-әсәһенә тәфтишсе шылтыратҡан һәм үҙен Александр Трамбаев тип таныштырған. Улығыҙҙың кәүҙәһен Бикин ҡалаһында тимер юлында тапҡандар, тип хәбәр иткән ул. Хеҙмәттәштәре егетте татуировкалары буйынса таныған.
— Шунан алып өс көн үтте, ләкин беҙ хәрби часҡа шылтырата алмайбыҙ. Беҙҙең шылтыратыуҙарға яуап бирмәйҙәр. Тәфтишсе әйтеүенсә, әлегә унда барырға кәрәкмәй - һалдаттың кәүҙәһе 9 ғинуарға тиклем тикшереүҙә. Ҡасан килергә кәрәк икәнлеген бөгөн әйтермен, тип вәғәҙәләне, - тип һөйләне яҡташыбыҙҙың әсәһе.
Ата-әсә Андрей менән һуңғы тапҡыр 4 ғинуарҙа шылтыратып һөйләшкән. Ул, хәлдәрем һәйбәт, тигән. Һалдаттың туғандары, Андрейҙы үлтереп, кәүҙәһен тимер юлына ташлап киткәндәр тип фараз итә.