Шоңҡар
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Ғинуар 2020, 12:11

Милли ризыҡтарыбыҙ ғәрәп илдәренә оҙатыла башлай

#нацпроекты

2019 йылда башҡорт балын һәм ҡымыҙын популярлаштырыу һәм донъя баҙарына сығарыу һәм буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Августа илдең баш ҡалаһында үткән эшҡыуарлыҡ конференцияһында белгестәр тарафынан солоҡ балының үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. Мәскәү умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ тирәләй туризм индустрияһын үҫтереү яҡлы. Һөҙөмтәлә, Башҡортостанға килгән туристар өсөн «бал артынан һунар» туристик маршруты һалынды. Республикаға килгән ҡунаҡтар «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына сәйәхәт ҡылып, умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән таныша ала.
Ноябрь айында башҡорт ҡымыҙын һәм бейә һөтөн Кувейтҡа һәм Ғәрәп ярымутрауының башҡа илдәренә оҙатыу хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. «Алмаса» компанияһының (Кувейт) директорҙар советы рәйесе Салем Аль-Бьянониҙың Башҡортостанға сәфәре ваҡытында ошо хаҡта һөйләшеп килешелде.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспортмилли проекты сиктәрендә, декабрь аҙағында Башҡортостан эшҡыуарҙары Абу-дабиҙа уҙған Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә ҡатнашты. Улар күргәҙмәгә бал, ҡымыҙ, игенселек продукттары һәм дөгө майы алып барҙы. Күргәҙмә эше йомғаҡтары буйынса компаниялар Фарсы ҡултығы илдәренә бал һәм умартасылыҡ продукттары оҙатыу тураһында һөйләшеп килешкән. Абу-Даби короле ғаиләһе ағзалары, шәйехтәр Мансур ибн Зайд Аль Нахайян һәм Нахайян бен Мубарак Аль Нахайян башҡорт балын тәмләп ҡараған һәм уға хайран ҡалған, тиҙәр.
"Интерфакс" хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Фарсы ҡултығы илдәрендә бал һатыу өсөн теркәлеү (аккредитация) үткән. Илдән оҙатылған балдың 7,7 проценты республиканан сығарыла, Волга буйы Федераль округы буйынса был һан 23 процентты тәшкил итә.
2021 йылда республика "Апимондия" Халыҡ-ара конгрессын ҡабул итә. Күләмле сара умартасылыҡ үҫешенә тос өлөш индерер тип көтөлә. Республикала тиҙҙән ҡортсолоҡ продукцияһын халыҡ-ара стандарттарға ярашлы тикшереү буйынса ике лабораторияның асыла.
Читайте нас: