8 ғинуарҙа Ирандың баш ҡалаһы Тәһрандан Украинаға ҡуҙғалған "Боинг 737" самолеты ҡолап шартлай. Һөҙөмтәлә 200-гә яҡын кеше һәләк була: Ирандан - 82, Канаданан - 63, Украинанан - 11, Швециянан - 10, Афғанстандан - 4, Германиянан - 3, Великобританиянан 3 граждандың ғүмере өҙөлгән.