Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 18:30

Бәхете – бәхет өләшеүҙә

Тәү күргәндә үк хәтергә уйылған, бар булмышты арбап алған кешеләр була. Сибай ҡалаһының 7-се урта мәктәбе директоры Инга Роман ҡыҙы Айытҡолова тап шундайҙарҙан. Уның үҙенә ышанысын, етәкселек һәм лидерлыҡ һәләтен тоймау, аңғармау мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта Инга һылыу, нәзәкәтле, матур ҡатын да, хәстәрлекле әсәй һәм ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә. Ә инде уның менән бергә ҡунаҡта тура килгәндәр мотлаҡ алып барыу һәм ойоштороу һәләттәренә һоҡланып, уға ғашиҡ булып ҡайта. Һеҙҙе бөгөн ошо үҙенә һәм башҡаларға ла талапсан, шул уҡ ваҡытта тирә-яғындағыларға иғтибарлы һәм бер ҡасан да кәңәшен, тел һәм башҡа ярҙамын йәлләмәгән йомарт, ихлас замандашыбыҙ менән таныштырмаҡсымын.#Шоңҡаржурналы #Беҙҙеңжурналтышында

Бәхете – бәхет өләшеүҙә
Тәү күргәндә үк хәтергә уйылған, бар булмышты арбап алған кешеләр була. Сибай ҡалаһының 7-се урта мәктәбе директоры Инга Роман ҡыҙы Айытҡолова тап шундайҙарҙан. Уның үҙенә ышанысын, етәкселек һәм лидерлыҡ һәләтен тоймау, аңғармау мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта Инга һылыу, нәзәкәтле, матур ҡатын да, хәстәрлекле әсәй һәм ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә. Ә инде уның менән бергә ҡунаҡта тура килгәндәр мотлаҡ алып барыу һәм ойоштороу һәләттәренә һоҡланып, уға ғашиҡ булып ҡайта. Һеҙҙе бөгөн ошо үҙенә һәм башҡаларға ла талапсан, шул уҡ ваҡытта тирә-яғындағыларға иғтибарлы һәм бер ҡасан да кәңәшен, тел һәм башҡа ярҙамын йәлләмәгән йомарт, ихлас замандашыбыҙ менән таныштырмаҡсымын.
Әлбиттә, әйҙәүсе шәхесте үҙеңсә эшләтеүе ауыр, бәлки, бөтөнләй мөмкин дә түгелдер. Шәхсән осраша алмағас, скайп аша һөйләшергә килешһәк тә, Инга фекерҙәремде ҡағыҙға үҙем төшөрһәм, миңә уңайлыраҡ тигәс, интернет аша һорауҙарымды ебәрҙем. Әммә геройым һорауҙарға күҙ генә ташлаған да яуабын монолог шәкелендә яҙып ебәргән. Бөтөн генә тексты бүлгесләгем килмәне, шуға ла һеҙгә уны нисек бар, шулай тәҡдим итергә булдым.
Тормош карабында мин – мөғәллим
“Яҙмыш тигән диңгеҙ буйлап мауыҡтырғыс сәфәрем 1978 йылдың авгусында Хәйбулла районы Маҡан ауылында ике “текә” капитан, йәғни ата-әсәйем ҡанаты аҫтында башланған. Тап улар үтәһе юлымдың төп йүнәлешен билдәләп, көтөлмәгән дауыл һәм боролоштарға бай тормош диңгеҙендә аҙашмаҫлыҡ төп белемдәрҙе һәм тәрбиәне биргән дә инде. Һайлаясаҡ һөнәрем буйынса йүнәлеште талапсан һәм ғәҙел остазым, әсәйем, класс етәксем, атҡаҙанған тел һәм әҙәбиәт белгесе Мәрйәм Сафуан ҡыҙы күрһәтте. Ул тыумышы менән Ауырғазы районы Иҫке Төрөмбәт ауылы ҡыҙы булһа ла, бала сағы, минеке һымаҡ уҡ, Салауат ҡалаһында үткән. Тап әсәйем өлгөһөндә күңелемдә камил уҡытыусы образы яралды ла инде. Атайым Роман Сәләхитдин улы иһә, Маҡан ауылы егете. Ул 30 йылдан артыҡ Маҡан совхозы ЦРМ-ында токарь булып эшләне. Тап ул мине иплелеккә, һиҙгерлеккә, ритмды тойорға, бейеү, теннис, саңғыла йөрөү, волейбол, шашка һәм шахмат уйнау серҙәренә төшөндөрҙө. Уның еңел ҡулы менән бала сағымда һанап үтелгән йүнәлештәрҙәге ярыштарҙа район кимәлендә байтаҡ еңеүҙәр яуланым. Бергәләп тәбиғәткә сығыу, балыҡ тотоу, конькиҙа шыуыу, яратҡан район мәҙәниәт һарайында кино ҡарау, ғаилә дуҫтары менән күмәкләп “Лото” уйнау кеүек шөғөлдәр беҙҙе берҙәм иткән, ғаиләбеҙҙе нығытҡан шөғөлдәр булды. Мине оло тормошҡа әҙерләгән Маҡан урта мәктәбенең береһенән береһе яҡшы уҡытыусылары Л.Р. Иштәкбаева, Л.Н. Чистякова, З.М. Бағышаева, Н.Х. Шилова, Ю.Х. Юнысоваларға ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар ярҙамында IX класты тик “бишле” билдәләренә тамамлап, ҡулыма аттестат алдым.
Хәҙер мин үҙенә саҡырып торған оло диңгеҙ ҡосағына атлыҡҡан йәш ҡыҙ. Мөғәллимлек тигән серле донъяға үҙем капитан булып барып индем. Сибай педагогия колледжында уҡыған йылдарым (1993–1998) ҡатмарлы булһа ла, иң күңелле осор булып иҫтә ҡалған, мин ғүмеремдең ул арауығын Н. Островскийҙың романы исеме менән “Ҡорос нисек сыныҡты” тип йөрөтәм. Үҙ заманының иҫ киткес педагогтары Х.Х. Хәмитов, З.В. Качалова, В.Х. Солтангилдина, З.З. Яхина, Л.П. Пономаренко, И.Г. Капинос һәм башҡалар беҙҙең нескә булмышыбыҙҙы ғүмерлеккә ҡоростай сыныҡтырып ҡына ҡалманы, ысын кеше лә әүәләне. Белем тауына үрләү бик еңелдән булмаһа ла, теләк һәм маҡсат ныҡлы булғас, ҡулыма ҡыҙыл диплом алып ҡыуанырға ла яҙҙы. Унан һуң (1999–2004) Орск дәүләт техник университетының филология факультетында юғары белем алдым. Тап ошо уҡыу йортоноң китапханаһында көндәр буйы ҡайтмай ултырып үлемһеҙ педагогика әһелдәре А.С. Макаренко, Л.Н. Толстой, Ш.А. Амонашвили һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре менән танышыу булмышымды уҡытыусы, мөғәллимә булараҡ үҫтерҙе, нығытты ла инде. Был тәжрибәмде мин артабан Сибай педагогия колледжында буласаҡ башланғыс кластар, музыка, технология уҡытыусыларына белем биргәндә рәхәтләнеп ҡулландым. Уҡытыу процесы миңә әйтеп бөткөһөҙ рәхәтлек бирә ине. 2004–2006 йылдарҙағы хеҙмәт юлым шул хәтлем мауыҡтырғыс мажара булып иҫтә ҡалған, студенттар менән бергә шатландыҡ та, күңел ҡайтҡан саҡтар ҙа булды, әммә мин уҡытырға, улар уҡырға теләп йөрөнө. Улар менән әле лә йыш ҡына осрашып алабыҙ, шылтыратып хәл беләләр, бер-беребеҙҙең уңыштарыбыҙҙы социаль селтәрҙәр аша күҙәтеп барабыҙ. Буласаҡ һәм әле белем алып йөрөгән студенттарға һәр ваҡыт үҙегеҙгә тоғро булығыҙ, кеше һүҙенә ҡарамағыҙ, әммә күпте күргәндәрҙең кәңәштәренә ҡолаҡ һалығыҙ, белем – ул киләсәккә иң ышаныслы инвестиция, барыһы ла үҙегеҙҙән тора, тип әйткем килә.
Егерме йыллыҡ хеҙмәт юлыма әйләнеп ҡарап, үҙемдең бар яҡлап та Мөғәллим булыуымды аңлап, хатта һиҫкәнеп китәм. Мин – мөғәллим. “Яңылыҡҡа ихлас ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап, боронғонан да йөҙ бормаған кеше генә уҡытыусы була ала”, – тигән Конфуций. Мин дә шуға инандым, шул һүҙҙәргә тоғромон. Төрлө заманда йәшәгән бөйөк педагогтарҙың: ауыл йә ҡала мәктәбендә булһынмы, ниндәй быуатта эшләүеңә ҡарамай, тәү сиратта эшеңде һәм балаларҙы яратыуың мөһим тигән һүҙҙәрендә оло хәҡиҡәт ята. Уҡытыусы балаларға белем генә түгел, ә йәненең бер өлөшөн дә бүлеп бирә, быға минең иманым камил. Күңел һалмайынса балаларға белем биреү мөмкин түгел, уныһы юҡҡа ваҡыт үткәреү генә тип атала. Мөғәллимдең бар матурлығы, бөйөклөгө лә шунда! Баланың тормошонда уҡытыусының роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Һәм ошо бурысты үҙ иңдәренә йөкмәгән һәр кеше үҙенең миссияһының бар яуаплылығын һәм мөһилеген аңларға, тойорға ла тейеш. Тормош карабында мин ябай уҡытыусы ғына түгел, ә киләсәккә ышаныс уятыусы әкиәтсе лә, бала күңелдәрен имләүсе табип та, сабый йөрәктәренең иң сөңгөлдәренә төшкән шахтер ҙа, төрлө ижади һәләт үҫентеләрен эҙләп табып, шыттырып ебәргән агроном да, сәләмәт тормошҡа өндәгән спортсы ла, секунд һайын мәктәп тормошон яҙған сценарист та, Ф.М. Достоевскийҙың “Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр” тигән һүҙҙәре менән балаларҙы гүзәллеккә ылыҡтырған стилист та! Һөнәри яҙмыш карабым инде Хәйбулла, Баймаҡ райондарын, Өфө һәм Сибай ҡалаларын иңләп өлгөрҙө, 2018 йылдан Сибайҙағы 7-се мәктәптең директоры вазифаһындамын. Башланғыс кластар уҡытыусыһы тигән статусым директор тигәненә алмашынғас, бер сәғәт эсендә яҙмышым хәл ителде һәм 30 бала өсөн тотҡан яуаплылыҡ 600 уҡыусыға тиклем артты. Ошо йыл эсендә үҙемә йыш ҡына: ”Нисек былай килеп сыҡты әле һуң, мин бит бер ҡасан да директор булырға хыялланманым…” – тигән һорауҙы йыш бирҙем. Һуңынан ғүмеремдә булған барлыҡ ваҡиғаларҙың асылда ошоға табан бәләкәй аҙымдар ятҡанын аңлап, аптыраным: башланғыс кластарҙа уҡытыусы, балаларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биреүсе, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, Педагогия колледжының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, колледж уҡыусылары өсөн методикалар төҙөүсе, балаларҙың йәйге ял лагеры начальнигы – шунда тупланған бөтә тәжрибәм директорлыҡ эшемдә ҙур ярҙам. Ысынлап та, беҙ осраҡлыҡ тип һанаған күп кенә ваҡиғалар осраҡлы түгел, һәр нәмәне рәхмәтле булып ҡабул итә белергә генә кәрәк, барыһы ла тик яҡшыға ғына ул!
Һөнәри йүнәлеште дөрөҫ һайлауыма шул тиклем ышанам. Ниндәй ысулдар һәм мөмкинлектәргә таянып эшләгәндә эш ыңғайға китерен белеп, балаларҙың барымдарын, психик һәм физик үҙенсәлектәрен дә иҫәпкә алып, шәхесте үҫтереүсе алымдарҙы, һаулыҡтарын ҡайғыртҡан ысулдарҙы ҡулланыуҙы өҫтөн күрәм. Шулай эшләгәндә генә уҡытыуҙа һәм тәрбиәлә һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешеп була. Бөгөн уҡытыусы һәм белем биреү усағы етәксеһе булараҡ, балаларҙың яҙмыш караптарына тормош диңгеҙендә дөрөҫ йүнәлеш һайлап, бәхет утрауына табан йөҙгәндә үҙҙәренә ышанған, ҡыйыу капитандар булырға өйрәтәм.
Инде хәҙер үҙем дә күптән әсәй булып, байтаҡ һынауҙар аша үткәс, атай-әсәйемә һөйөүгә ҡойондороп ҡына үҫтергәндәре, сикһеҙ яратыуҙары өсөн журнал аша рәхмәт әйткем килә. Улар ағайым менән мине изгелекле, ғәҙел, шул уҡ ваҡытта күп йылдар аша алға ҡарап, маҡсатҡа ынтылып йәшәргә өйрәткән. Тормошта бит беҙ мәңге бушамайбыҙ тигән булып, яҡындарыбыҙға тейешле иғтибар биреп тә, хистәребеҙ тураһында һөйләп тә бармайбыҙ, бик йәл. Мин дә ҡайсаҡ һеҙгә ҡарата һалҡын булып тойоламдыр, кисерегеҙ, яҡын кешеләрем!
Мөхәббәтем тарихы
Йәш ҡыҙҙарың күбеһе хәҙер карьера яһауҙы һәм матди яҡтан нығыныуҙы алға ҡуя. Был мода беҙгә көнбайыштан килгән, ул вирус мине лә урап үтмәне. Аспирантура, студеттар менән эш, ятаҡта дежур итеүҙәр күп ваҡытты ала ине, шуға йәшләй ғаилә ҡороу хаҡында уйлап та бирмәнем. Әммә әллә ҡайҙан “28 йәштә кейәүгә сығасаҡмын” тигән уй башҡа һеңеп ҡалған ине. Тик ул нисек һеңһә, шулай онотолған, уны бик иҫләп тә йөрөмәнем ул. Тик йәйҙең матур бер көнөндә иптәш ҡыҙҙарым менән Төйәләҫкә һыу инергә барып килергә булдыҡ. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән бергә эшләгән егеттән беҙҙе йөрөтөп килеүен үтенгән, уныһы ихлас риза булған. Шунан саңға батҡан, кедалары йыртылған бер егет килеп туҡтаны, ундайға бик иҫем китмәне, артыҡ иғтибар итмәнем. Бара торғас, уның һөнәре буйынса юрист булыуы, яңы ғына уҙған футбол матчында ҡатнашып, шунан беҙгә тура елдереп килеүе, спорт менән шөғөлләнеүе асыҡланды. Юлда Гүзәл: “Кәләш алырға йыйынмайһыңмы әле?”, – тип уның теңкәһенә лә тейеп алырға өлгөрҙө. Ул ҡоро ғына: “Юҡ әле”, – тине. Ә мин уның йөҙө сағылған артҡы күренеш көҙгөһөнә ҡарап: “Тимәк, әле берҙән-береңде осратмағанһың”, – тигәндә уның күҙен ҡыҫа биреп, шаян ҡараш ташлап алыуы әле лә күҙ алдымда тора. Ул шунан барыһын да алдан белгәндәй: “Юҡ, әммә ул серҙе сисеү алдындамын”, – тине. Аҙаҡ та дуҫтар менән бер компанияла әллә нисә тапҡыр күрештек, әллә ҡалайтып ул һәр саҡ эргәмә тура килә ине, ә мин үҙемдең бушамауым һәм төрлө юҡ-бар инаныуҙарым арҡаһында, ул хәлдәргә иғтибар ҙа итмәгәнмен. Шунан ул сыҙамаған, бер көн килеп хистәрен белдерҙе. Әгәр ҙә Азамат шул саҡта ныҡыш булып сыҡмаһа, һаман да яңғыҙым йөрөр инем ул, кейәүгә сығыуҙы уйлап та бирмәҫ инем. Шуға, ҡыҙҙар, модаға эйәреп, карьера артынан ҡыумағыҙ, яҙмышығыҙҙы үҙ ҡулығыҙға алығыҙ! Хәҙер инде беҙҙең ике балабыҙ бар, Айлинаға – 12, Саматҡа 7 йәш. Кейәүгә сыҡҡанда үҙемә тағы ла бер ҡыҙыҡ шөғөл табылыр, тип башыма ла килтермәгәйнем. Ҡайным Рәмил Рәхмәт улы яғынан сығыштары Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан булған Айытҡоловтарҙың һәм ҡәйнәм Венера Сабирйән ҡыҙы яҡлап Ейәнсура районынан Хужахмәтовтарҙың ишле нәҫел-нәсәбен өйрәнеп, туғандары менән танышып сығыуға ғына ла миңә ике йыл кәрәк булды. Улар шул тиклем күптәр һәм үҙ-ара татыуҙар! Хәҙер инде үҙебеҙ ҙә шәжәрә ағастарыбыҙға яңы исемдәр өҫтәнек, шулай күмәкләп, туғандар менән гөрләшеп йәшәү үҙемә, эй, оҡшай. Ошо бәхет барыһына ла насип булһын!
Тормошта ҡыҙ, ейәнсәр, уҡыусы, килен, әсәй булараҡ туплаған бөтә тәжрибәм эшемдә лә ярап ҡала. Балаларым I һәм VI класс уҡыусылары булғас, үҙ балам быны нисек ҡабул итер, нисек кисерер, был уға оҡшар инеме һуң тип гел ирекһеҙҙән сағыштырып ҡарайым.
Бала мәктәптә өйрәнгәнен тормошта ла ҡулланһын
Ҡыҙым менән малайымдың йәш араһы биш йыл. Уларға ҡарайым да ата-әсәләрҙең “ә беҙ бәләкәй саҡта…”, “ә беҙ үҫкәндә…” тип ғәйеп ташлауҙарын хушһынмаған психологтар менән килешәм. Һеҙ әйтергә теләгәнде бала барыбер аңламаясаҡ, сөнки улар шул замандың ҡиммәттәре менән таныш түгел. Ата-әсәләргә бары тик баланың тормошҡа ҡарашы менән һеҙҙең ҡараштарығыҙ ҡушылып, үрелеп китерлек ғаилә ҡиммәттәрен булдырыр кәрәк, уның нигеҙендә бер-береңде хөрмәт итеү, хеҙмәт һөйөү, яуаплылыҡ, үҙаллылыҡ, ғәҙеллек кеүек ябай әхлаҡи ҡиммәттәр ятһын ул. Бөгөнгө ата-әсәләрҙең төп бәләһе – ваҡыт етмәүе. Асылда балаға махсус ваҡыт бүлеү кәрәкмәй ҙә, һеҙҙең һәр бер ғәмәлегеҙ: нисек өйгә ингәс итегегеҙҙе сисеп урынына ҡуйыуығыҙ, ҡалай һәм ҡасан теш йыуыуығыҙ мөһим, ә иң мөһиме, күберәк ғаилә менән бергәләп башҡарылған эштәр һәм ихлас аралашыу, һөйләшеү, серләшеү. Тағы ла бер хата йыш осрай, ул да булһа үҫмер бала менән ышаныслы мөнәсәбәт ҡаҡшап ҡуймаһын, тип ҡурҡып, баланың ыңғайына тороу, уның хаталы фекере менән килешеү. Хәлде төптән асыҡлап, уның фекере ни өсөн дөрөҫ түгеллеген аңлатырға кәрәк, ишетергә, аңларға теләмәһә, был хаҡта һуңыраҡ һөйләшербеҙ, тиергә. Балаларҙа уларҙың индивидуаллектәрен, шәхесен таныуҙарына эске ихтыяж ҙур була, шуға ла “һинең ҡарашың да ҡыҙыҡ, шулай ҙа, әйҙә ситуацияға икенсе яҡлап ҡарап ҡарайыҡ…” тиергә була, башҡаларҙың хәлде нисек күреүен аңғартығыҙ. Баланың үҙенә улай анализлап ҡарау бик ауыр, ә ярҙам итеп ебәргәндә уның күҙе асылып китеүе лә бар. Тағы ла бер кәңәшем бар, балағыҙ нәмә эшләһә лә, асыуланмай, ризаһыҙлыҡ белдермәй, шатланып ҡабул итегеҙ. Ишек төбөндә итектәр туҙып ята икән: “Кем бында матур ғына итеп итектәрен ырғытып ҡуйған!?” – тип бер нисә тапҡыр ул ишетерлек итеп йомшаҡ ҡына әйтегеҙ. Күрерһегеҙ, икенсе юлы ишек төбөндә аяҡ кейемдәре матур итеп теҙелеп торасаҡ.
Эйе, элек уҡытыусылар белем дә, тәрбиә лә бирҙе, ә хәҙер улар мәғлүмәт биреүсе генә тигән фекерҙе минең дә ишеткәнем бар. Тик мин бының менән бөтөнләй риза түгелмен. Белем биреү процесын тәрбиәнән тыш алып барыу мөмкин түгел. Шул тиклем ҡағыҙ эшенә күмелгән булһалар ҙа, көн һайын тәрбиә биреүҙе лә дауам иткән ҡаһарман уҡытыусылар алдында баш эйергә кәрәк. Тәғәйенләнештәре буйынса ысын уҡытыусы булғандар башҡа төрлө эшләй алмай ҙа ул. Тик, ҡыҙғанысҡа күрә, мәктәпкә эшкә килергә теләүселәр әҙәйгәндән әҙәйә, килгәндәрен дә ҡалдырыуы ҡыйын. Уның сәбәптәре бик күп… Хәлде төҙәтеү эше хөкүмәт кимәлендә атҡарылырға тейеш, педагогтарҙы ҡеүәтләү, һөнәри яҡтан янып ҡуйыуҙарын булдырмау өсөн физиологик һәм психологик яҡлау системаларын булдырыу мөһим (ял йорттарына ебәреү, психологик көсөргәнештән ҡотолоу үҙәктәренә йөрөтөү һ.б.).
Бөгөн уҡытыусы белем һәм мәғлүәмәт биреүсе берҙән-бер сығанаҡ та, уҡыусылар өсөн ҡаҡшамаҫ авторитет та түгел. Ә ҡайһы бер мәсьәләләрҙә улар уҡытыусыға ҡарағанда тәрәнерәк тә йөҙәләр әле. Шуның өсөн хәҙер бер генә юл ҡала. Ул да булһа мотивация, дәртләндереү! Тап мотивация биреү – баланы уңышҡа илтә торған төп ысул! Яҡшы өлгәшкән баланы ғына уңышлы тип һанау төптө дөрөҫ түгел. Оло кешенең бурысы – баланың һәләтен ваҡытында күреп, уға мотлаҡ уңышҡа илтәсәк йүнәлеш биреп ебәреү. Бала уңышлы булырға тейеш! Был аксиоманы ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа, етәкселәр ҙә аңларға бурыслы. Балаға бер тапҡыр ғына булһа ла уңыш тәмен татытып алыу ҙа уның донъяны ҡабул итеүен, тирә-яҡтағыларға мөнәсәбәтен ыңғай яҡҡа үҙгәртергә һәләтле. Көн һайын балаға яңы асышҡа юл асыҡ булһын! Көн һайын ниндәй ҙә, хатта бәләкәй генә булһа ла, уңышҡа өлгәшеп, ҡыуаныс кисереүенә өлгәшеү! Уңыш аша тәрбиәләү! Тап ошо һүҙҙәр минең эшмәкәрлегемдең нигеҙен тәшкил итә лә инде. Бөгөн мин уны мәктәптең эффектлы стратегияһын, уңышын булдырыу өсөн ҡулланам.
Мәктәп менән етәкселек иткән осорҙо энә күҙәүенән үткәреп, әҙ эшләнмәгән тигән һығымтаға киләм, әммә эшләнәһе эштәр ҙә шул тиклем күп әле. Ойошманы уңышлы итеү өсөн иң мөһиме педагогтар һәм ата-әсәләр менән бер һүҙҙән булыу шарт. Тик бергәләп эшләгәндә генә эш ыңғай барасаҡ. В.А. Рысин юллап астырған кадет кластары мәктәбебеҙең йөҙөк ҡашы булып китте.
БДИ-ға, берҙәм дәүләт имтихандарына килгәндә, төрлө кешеләрҙән төрлө фекер ишетергә була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “гад-же-ты”, “гад-жет-тар” тип йөрөтөлгән нәмәләр (ижекләп әйткәндә руссаһы бик кинәйәле яңғырай) балаларҙың фекерләү һәләтен үҫтереүгә һис кенә лә булышлыҡ итмәй, киреһенсә, уларҙың ҡыҙыҡһыныусан тәбиғәтен баҫа. Телефон экранында бөтә нәмәне күреүсе-белеүсе, бөтә нәмәгә әҙер яуап табып биреүсе булғанда нимәгә уйлап, зиһенде көсәндереп ыҙаларға һуң? Әммә ул гаджет бала өсөн ысын тәжрибә тупламаясаҡ, ул үтәсәк һынауҙарҙы үтмәйәсәк, ә мәктәптән сыҡҡас бала үҙе туплаған белеме һәм тормош тәжрибәһе менән яңғыҙ ҡала тибеҙ, ә был осраҡта ул тәжрибә бармы һуң, донъяны танып белеү ысулдары формалашҡанмы ул?
Әгәр бала баштан ынтылышлы, мотивациялы булып уҡыһа, белем алһа, өйрәнгән нәмәләрен тормошта ҡулланырға тырышһа, уға бер ниндәй БДИ-лар ҙа, башҡаһы ла ҡурҡыныс булмаясаҡ. БДИ-ға беренсе кластан әҙерләнергә кәрәк, тормош тәжрибәһе аша. Ҡыҙғанысҡа күрә, йыш ҡына башланғыс кластарҙа баланың һәр өйгә эшен ҡарап ҡына эшләткән ата-әсәләр урта звенола балаларының уҡыуын үҙ ыңғайына ҡуйып, яңылыша, шунан инде ул йә ҡыҙҙары юғары класҡа еткәс, ғәйепте предметты насар уҡытыуҙа күрә башлай. Мин БДИ-ны баланың дөйөм әҙерлеген тикшереү, ун бер йыл буйы алып барған эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау тип ҡабул итәм. Унан ҡурҡырға түгел, ә аңлы рәүештә әҙерләнергә кәрәк. Ә бит алдарында торған имтихандарҙың яҙмышҡа тәьҫир иткән етди нәмә икәнен барлыҡ уҡыусылар тулыһынса аңлап та етмәй. Бәлә бында әлеге лә баяғы мотивация етешмәүҙә!
Үҙемә килгәндә, бала сағымда балалар табибы булырға хыялландым, аҙаҡ медицинаға китмәүемә үкенгән осором да булды. Ата-әсәйем мине IX кластан һуң Сибайға, педагогия колледжына ебәрҙе. Хәҙер инде мин барыбер ҙә шул бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырыуымды аңлайым. Мин бала күңелдәрен дауалаусымын, уҡытыусынан да күп нәмә тора бит. Әгәр ҙә мин яҙмышын матур итеп яҙырға, дөрөҫ йүнәлеш бирергә ярҙам иткән бер генә уҡыусым булһа ла рәхмәтле икән, шуның өсөн генә лә йәшәргә һәм эшләргә була, тип түбәм күккә тейер ине. Педагогтарҙың да ижадҡа ваҡыттары ҡалһа ине!
Уҡыусылар менән эшләүе шул тиклем ауыр ҙа, рәхәт тә. Ҡайһы мәлендә мәрәкәләп ебәрәһең, һүҙеңде мәҡәл менән ҡеүәтләйһең йә биҙәйһең, ә ҡайҙалыр етди эш алып бараһың, әрләп тә, маҡтап-хуплап та алаһың, йә бергәләп яңы сыҡҡан киноға бараһың, ә иң мөһиме психолог ролен дә үтәйһең”.
Баланың хәленә уның үҙе булып та, эргәһендәге башҡалар күҙлегенән дә ҡарай белгән, алған һөнәрен миссия дәрәжәһенә күтәргән Инга Роман ҡыҙының әсәй, әхирәт, килен, ҡыҙ һәм башҡа ролдәре лә күптән педагогик рамкаларға ултыртылған. Кемдер быны хатта өнәп тә етмәйҙер, бәғзеләр иһә ихлас ярҙамсыллығына һоҡлана, үҙе кәңәш һорап килә. Инга Айытҡолова һымаҡ һәр нәмәгә төптән ҡарай белгән, сабыр һәм сабыйҙарса ихлас, аҡыллы, урынлы кәңәштәрен йәлләмәгән кешеләр һирәк. Инга һылыу бәхетте бәхет өләшеүҙә күргән бәхетлеләрҙең береһе.
Читайте нас: