Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Ғинуар 2020, 12:16

Дауаханалар компьютер менән тәьмин ителде

#нацпроекты

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары сиктәрендә республикала "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты тормошҡа уңышлы ашырыла.
2019 йылда "Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә берҙәм һанлы контур булдырыу" төбәк проекты сиктәрендә республиканың 132 медицина ойошмаһы 4001 берәмек компьютер алды, шуның 345-е - ашығыс ярҙам бригадалары өсөн планшет компьютеры.
Компьютерҙар медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт урындарына урынлаштырылды һәм "Республика медицина мәғлүмәт-аналитик системаһы"на тоташтырылды. Был система пациенттарҙың электрон медицина картаһын алып барыуҙы, телемедицина консультациялары үткәреүҙе, тикшереү һөҙөмтәләрен электрон рәүештә тултырыуҙы, алыуҙы һәм тапшырыуҙы тәьмин итә.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: