Фирүзә апай бөгөн кемделер көтә шикелле, эшкә лә ваҡытынан алдараҡ килгән. Йүгереп йөрөп самауырын ҡайнатҡас, өйҙән килгән һый-маҙарын да күрһәтеп маҡтанмай, бары өҫтәлгә генә теҙеп ҡуйҙы. Ғәжәп, һыйҙары ла һәр көндәгеләй тары бутҡаһы менән ике-өс киҫәк колбаса түгел, мул күренә – буйтым ғына бәлеш, бал, сейәле майы ла күҙҙең яуын ала. Быларҙы тәүгеләрҙән күреп өлгөргән Фәрит ағай:
– Ай-һай, Фирүзә, ней ҡыуаныстан был тиктеге табын ойоштороп ятыу, әллә тыуған көнөңмө? – тип ҡыҙыҡһынып ҡуйҙы.
– Булмаһа тағы, ярты йыл һайын тыуған көн етә ти, теге… Әхирәтем төшкө ашҡа киләм тине. Бушты бушҡа ауҙарырға тиһәң, шуны ҡуш. Эшем дә йыйылып киткән, өлгөрә алмай йөрөгәндә, ҡотороп…
– Эш көнө саҡ башлана бит әле, төшкә тиклем өлгөрөрһөң әле.
– Өлгөрөрмөн дә ул, теге һәпрә уйламағанда килеп инһә, әйтер тағы, һанламайһың тип. Шуға алдан әҙерләп ҡуяйым, тип йөрөүем. Эй-й-й, уның әхирәтлеген, ташҡа үлсәйем… – тип яртылаш шыбырлап һөйләргә кереште Фирүзә апай. – Ҡарале, ҡартайып килгәнендә сәстәрен киҫтереп, буятып, ҡыҫҡа итәктәр кейә башланы. Үҙен йәштәр менән сағыштырып маташа, бисараҡай. Имеш, йәш күренә. Ҡайҙан күренһен инде, илле йәшлек әбейҙең күҙ төптәре һыр, аяҡтары кәкре, түше лә кибеп бөткән бит инде. Кеше тикшереүҙән башы сыҡмай. Хәйерсе ҡартайғас та хәйерсе була инде, тьфү-тьфү, Аллам һаҡлаһын. Миңә лә шул берәй нәмә һорарға киләлер, кисә телефон аша: «Әйҙә, осрашайыҡ», – тигәнендә бик хәйләкәр йылмайғанын да һиҙҙем мин уның…
Шулай Фирүзә апайҙың эс серҙәрен тыңлап, төш еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанбыҙ. Ана килә, бына килә тигән әхирәт тейешле кеше, нишләптер, һаман күренмәне. Апайыбыҙ ҙа көтә-көтә көтөк булды шикелле, ярылып бөткән ирендәрен ҡып-ҡыҙыл төҫкә буяп, башына ҙур полялы эшләпәһен кейеп тышҡа сығып китте. Күп тә үтмәне, ипләп кенә баҫып бүлмәгә башына яулыҡ ябынған, баҫалҡы ғына бер ханым килеп керҙе.
– Һаумыһығыҙ, Фирүзә кәрәк ине, – тип яулығы аша һәммәбеҙгә бер ҡараш ташланы ла, уңайһыҙланып, кире сығып китеү яғына ыңғайланы.
– Әҙ генә көтөгөҙ, ул хәҙер килеп етергә тейеш, – тип тегене туҡтаттыҡ.
– Инде үлтерә яҙып, кил дә кил, һағындым, һөйләшер һүҙҙәр күп, тип көн дә шылтыратып аптыратһа ла, урынында юҡ әле ул. Үҙе буш булғас та башҡалар урамда тиҙәк тибеп йөрөй, тиҙер инде, – тип ауыҙын ослайтып мөңгөрләп, түргәрәк уҙып ултырып алды ҡатын. – Әхирәтем бул, тип йәнде ашап алып барғас, йәлләп кенә аралашам мин уның менән. Бигерәк ауыр холоҡло, беләһегеҙҙер. Кеше сәйнәүҙән башы сыҡмай. Нисек оялмай тиһең, тьфү-тьфү. Бына һеҙҙе тәүгә күрһәм дә, уның һөйләүҙәре буйынса барығыҙҙы ла яҡшы беләм…
Ошо урында ишекте тибеп асып Фирүзә апай килеп инмәһә, валлаһи, үҙебеҙ хаҡында бер аҙ ҡыҙыҡтар ишетеп ҡалыр инек.
– Әхирәткәйем, оҙаҡ көттөрҙөммө?! – тип ике апай ҡосаҡлашып уҡ алдылар.
– Үҙеңде һағынып та бөттөм, ҡайҙа шулай юғалып торҙоң?
– Бер ҡалала йәшәп, әллә нишләп һирәк осрашабыҙ… – тип сөркөлдәшеп, сикәләрен сикәләренә тейҙереп алған булдылар. Шунан һуң Фирүзә апай йүгереп йөрөп, инде таңдан ҡайнай-ҡайнай һыуҙары бөткән самауырын тағы берҙе шыжлатты ла бер-береһен ярты һүҙҙән аңлаған әхирәттәр сәйләргә ултырҙы…