Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2020, 22:19

Ҡартаямы ни һуң йөрәк, маңлайҙар һырланһа ла...

Тиматинан отҡан миллион һумды "Михайловка инәйҙәре" нимәгә тотонор?

Йөрәк һәр саҡ ун һигеҙҙә, тигәндәре шулдыр... "Михайловка инәйҙәре" быға асыҡ миҫал. Етенсе, һигеҙенсе тиҫтәһен ҡыуған инәйҙәр матур итеп донъя көтә, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләй, бейеү түңәрәгенә йөрөй, интернетта ла ултырып өлгөрә.
Инәйҙәрҙең даны бер ай эсендә бөтә илгә таралып өлгөргән. Михайловка инәйҙәре заманса клипта төшөп, билдәле рэп башҡарыусы Тимати иғлан иткән конкурста еңде. Был конкурста ҡатнашыу уларға йәштәр субкультураһы менән яҡындан танышыу мөмкинлеге биргән. Тиматиға улар Раштыуа байрамына сәк-сәк бешереп ебәргән. Ошондай уҡ милли ризыҡ менән билдәле йырсы һәм музыкант Зәйнетдинде лә һыйлағандар. Зәйнетдин иғлан иткән конкурста ла улар беренсе урын яулаған. Әйткәйндәй, конкурста яулаған миллионды улар нисек тотоноуҙы ла хәл иткән.
Инәйҙәр БСТ телеканалының «Байыҡ» конкурсында ҡатнашырға ниәтләй, бының өсөн сәхнә кейемдәрен дә хәстәрләргә кәрәк. Инстаграмда үҙ битен булдырып уны артабан үҫтереү теләге менән яна һәүәҫкәрҙәр. Тағы күберәк вайндар, видеояҙмалар төшөрөргә һәм... диңгеҙгә барырға йыйыналар.
Читайте нас: