Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2020, 17:53

Иран хәрбиҙәре үҙ ғәйебен таныны

Иранда авиафажиғәлә 176 кешенең ғүмере өҙөлдө...

Ҡасандан кеше ғүмере себендекенән дә ҡәҙерһеҙерәк була башланы һуң? Авиафажиғәләр йыл да ҡабатланып тора, йөҙәрләгән кеше ғүмерҙәре өҙөлөп тора.
Йыл башланып та өлгөрмәне, бына тағы 176 кеше һәләк булды. Баҡһаң, фажиғә Иран хәрбиҙәренең һаҡһыҙлығы һәм яуапһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан. Бөгөн хәрбиҙәр үҙ ғәйебен таныны. Имеш, самолет ҡиммәтле хәрби ҡоролма янынан осоп үткән. Иран хәрбиҙәре уны Американың һуғыш башлауы тип ҡабул иткән.
Ирандың эске эштәр министры Джауат Зариф әйтеүенсә, авиафажиғәнең төп сәбәбе - Иран менән АҠШ-тың араһындағы көсөргәнешлектең үҫеүе һәм хәрбиҙәрҙең яңылышлығы. Ябай ғына "кеше хатаһы" арҡаһында әллә күпме ғүмерҙәр юҡ ителгән. Быға тиклем ирандар Америка хәрби һауа көстәренең әүҙемләшеүен билдәләгән булған.
Ил етәкселеге бындай хәлдең башҡа ҡабатланмаясағын һәм хәрби системаны яңыртырға тотоноуын билдәләне. Ғәйеплеләргә ҡаты яза буласаҡ. Джауат Зариф һәләк булғандарҙың яҡындарынан ғәфү үтенде.
Авиафажиғәлә күпләп балаларҙың һәләк булыуы бигерәк аяныслы, бортта 16 йәшкә тиклемге 25 бала булған.
Бындай фажиғәләрҙән Хоҙай үҙе аралаһын.
Читайте нас: