"КП Уфа" хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыусылар эҙләүҙе туҡтатҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, уларҙың хеҙмәткәрҙәре башҡа был ғаиләне эҙләмәйәсәк. Шул уҡ ваҡытта эҙләүҙе Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре, полиция, "Росгвардия" вәкилдәре һәм ирекмәндәр дауам итә.