Ошоға тиклем байрамдың төп биҙәге булған йәшел ҡуршыҡайҙар сүплеккә оҙатылһа, хәҙер уларҙы хужалыҡта файҙа килтерерлек итеп утилләштерәсәктәр.
«Шыршыларҙы - юнысҡыға» экологик милли проекты ҡала халҡы алдында ҡаты ҡалдыҡтарҙы айырып йыйырға өйрәтеү маҡсатын ҡуя. Халыҡ та был акцияға әүҙем ҡушылды. Ылыҫлыларҙы айырым контейнерҙарға йыйып, ҡайтанан эшкәртеүгә тапшырыу- уларҙы халыҡ хужалығында тағы ла файҙалыраҡ итеп ҡалланыу мөмкинлеге бирә. Белгестәр билдәләүенсә, ҡаты ҡалдыҡтар полигонында Яңы йыл байрамында ҡулланылған ылыҫлылар тәбиғи рәүештә тарҡалһын өсөн уңай шарттар юҡ. Ә утилләштергәндән һуң, ергә ашлама һәм юнысҡыларҙан йорт йыһаздары эшләнәсәк.
Ҡарағай һәм аҡ шыршыларҙы Өфөнөң 26 майҙанында тапшырырға мөмкин. «Шыршыларҙы - юнысҡыға» экологик акцияһы Өфөлә 11 ғинуарҙан 19 ғинуарға тиклем дауам итә.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты
#регпроекты #нацпроектыБашкортостан