хатаһы булған өсөн генә балаларҙы тормош упҡынына ташламайыҡ!
«Бала – бауыр ите», «Йөрәк телеп сыҡҡан бала икән», «Балаңдың балаһы балдан татлы» кеүек мәҡәл-әйтемдәр күп беҙҙә. «Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала» тип тә әйтәләр. Эйе, башҡорт ғаиләләре элек-электән ишле булған. Һуңғы йылдарҙа уларҙың һаны бер йәки икегә ҡалғайны ла, Аллаға шөкөр, “Әсәлек капиталы” программаһы эшләй башлау менән тыуым тағы артты. Шуға ла бөгөн демографик хәл яҡшырҙы тип ауыҙ тултырып әйтергә була, шикелле. Балалар баҡсаларына сират, дауаханала этеш-төртөш, урам тулы коляска эткән әсәләр, бала табыу йорттарында ла ауырлы ҡатындар байтаҡ, хатта урындар ҙа етмәй китә. Атаһы һәм әсәһе етәкләгән баланың шат йылмайып урамдан үтеүенә ҡыуанып ҡарап ҡалаһың. Әммә миҙалдың ике яғы булған кеүек, бала табып, нисек булһа ла үҫә ул, тип ҡараусылар ҙа бар шул... Уның әсе һағыштарға һалған, күпме ғүмерҙәрҙе юҡҡа сығарған, бәләкәстәрҙе иртә өлкәнәйткән, тормоштоң әсеһен-сөсөһөн, һәр төрлө михнәттәрен татытҡан, атай-әсәй тәрбиәһенән һәм иркәләүенән мәхрүм иткән етемлек тигән яғы ла була.
Етемдәр нисек барлыҡҡа килә? Баланан баш тартыуҙың сәбәбе нимәлә? Мәҡәләлә ошо һорауҙарға яуап эҙләмәксебеҙ. Әлегә уның башланғысын эҙләп ҡарайыҡ. Ғәҙәттә, үҙҙәренең ауырға ҡалғанын белмәй йөрөгән ҡыҙҙар абортҡа бара алмай. Тапҡан балаһын да алып ҡайта алмай, сөнки әсәһе белһә лә, атаһынан, кеше һүҙенән ҡурҡалар. Бындай ҡыҙҙарын өйгә индермәгән атайҙар ҙа күп. Уларҙы ла аңларға була: бынан һуң ул ни йөҙө менән кеше күҙенә күренер? Һәр кем уға: «Һинең ҡыҙың уйнаштан бала тапҡан», йәки “Тағы бер “кәкүк әсә” өҫтәлде” тип әйтер төҫлө. Йә булмаһа, уның үлеп яратҡан егете баланы табыу менән уны ташлап китәсәген белдерә, шуға ла баланан баш тартырға тура килә. Шулай итеп, туғыҙ ай ваҡыт үтеп тә китә.
Ниһайәт, һинең йөрәгеңде ярып, донъяға «Мин тыуҙым!» тип һөрән һалып, үҙ бәхете, ашар ризығы менән сабый тыуа. Туғыҙ ай буйы түңәрәк ҡорһағыңды һыйпай-һыйпай иркәләп-һөйөп, наҙлы һүҙҙәреңде йәлләмәй, уның менән һөйләшәһең, бына-бына матур күҙҙәрен һиңә тултырып ҡарар бәләкәсең тыуыр, тип көтәһең… Тик һәр кемдә лә бындай түҙемһеҙләнеп көтөү, шатлыҡ тойғоһо булмай шул. Ни өсөнмө? Сөнки уның тыумаҫ борон яҙмышы билдәләнгән: ул ташландыҡ бала буласаҡ. Осраҡһыҙ рәүештә ауырға ҡалған ҡыҙ-ҡатын икенсегә мотлаҡ бала табасаҡ. Әммә бәхетле ғаиләлә, бер-береһен яратҡан ир һәм ҡатын донъяһында. Ә был бала ни бары түлһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡып йәки аборт ваҡытын үткәреп ебәреү хатаһы ғына. Хата?! Тап ул яҙмыштарҙы әсе елдәр ҡаршыһына ҡуя, аҡтыҡ йәнде ала, бәғзе саҡта ҡанға батырып, үлем менән йөҙгә-йөҙ осраштыра. Әгәр ҙә һине бәләкәй саҡтан берәй һәйбәт кенә ғаилә алып тәрбиәләһә, тимәк, һин – бәхетлеһең. Ә балалар йортона эләкһәң? Үҙ йүнеңде үҙең күрергә мәжбүрһең.
Республикабыҙҙа киҫкен торғонлоҡ барған 90-сы йылдарҙа Тимур биш йәшендә балалар йортона эләгә, үкһеҙ етем булып, атай-әсәйһеҙ ҡалып. Тормоштоң әсе-сөсөһөн тиҙ татый, өҫтәүенә өлкән йәштәге малайҙар етерлек рәнйетә, илата (бында «бабайлыҡ» төшөнсәһе армиялағы һымаҡ уҡ булмаһа ла, бар. Мәҫәлән, өлкәндәр өсөн иҙән йыуыу кеүек эштәрҙе). Ҡайһы саҡ уларҙың әйберҙәрен, кейемдәрен тартып алыу сәбәпле, ҡар өҫтөнән ялан аяҡ ботинкаһыҙ ҡайтҡан саҡтары ла була, аслыҡ та үҙәктәренә үтә. Дәрестәрҙә балалар йорто тәрбиәләнеүселәренән айырым класс төҙөйҙәр, сөнки башҡалар менән бергә уҡыу мөмкин түгел. Әлбиттә, етемдәрҙең тормошо хаҡында беҙ әллә ни белмәйбеҙ. Матбуғат баҫмалары йәки телетапшырыуҙан күпме бала яңынан ғаиләле булып, патронат тәрбиәгә алынғанлығы тураһындағы мәғлүмәткә эйәбеҙ. Әммә бындағы тормош, хәл-ваҡиғаларҙың ысын дөрөҫлөгө барыбер яҡтыртылмай. Ғаиләгә алынып та ыҙа сигеп йәшәүсе, хатта үлеүсе балалар хаҡында һуңғы ваҡытта күп тапшырыуҙар күрһәтелә башланы. Яҙмыш ҡушыуы буйынса 10 йылға яҡын ғүмерен балалар йортонда үткәрергә мәжбүр булған Тимур етемлек тормошон бер ҡасан да йөрәгенән юйып ташлай алмаҫ, моғайын. Бала сағы һәм үҫмер йылдарының шундай шарттарҙа үтеүен берәү ҙә теләмәҫ ине.
«Иҫемдә, беҙ класта ете бала уҡый торғайныҡ, – ти ул. – Яңы ғына эшкә урынлашҡан йәш ҡыҙ беҙҙе аҡылға «ултыртырға» маташты. Әммә килеп сыҡманы. Бер нисә тапҡыр дәрестәрҙән илап сыҡҡандан һуң сыҡты. Шунан үҙ теләге менән эштән китте. Уҡытыусыларҙың «нервыһында» шәп уйнай торғайныҡ шул. Кем сыҙаһын инде? Ҡыҙҙар ҙа малайҙар кеүек яһил булды. Оҙон ғына сәсле бер ҡыҙ була торғайны. Артҡы партанан уның үҙенә һиҙҙермәй генә сәсен ултырғыстың һөйәнгесенә ҡуша бәйләйбеҙ. Уҡытыусы таҡтаға сығырға йәки һорауға яуап бирергә саҡыра, ә ул тора алмай, сөнки сәстәре ебәрмәй. Беҙгә мәрәкә, ә ул илар сиккә етә.
Балалар йорттарына һәр ваҡыт ҙур-ҙур машиналар менән ашарға килтерә торғайнылар. Беҙ шуларҙы эскә ташыйбыҙ. Бер нисә ҡапты йәки һауытты аҙаҡ алып ашар өсөн ҡарға күмеп йәшерәбеҙ, кеҫәгә, күлдәк-кофтаның эсенә һыйған тиклем тултырабыҙ һәм бүлмәгә индереп йә яҫтыҡ аҫтына, йә тумбочкаға, йә тағы ла берәй «күренмәгән» ергә, икенселәр алып ҡуймаһын тип, тығып ҡуябыҙ. Ул – запас, сөнки беҙҙе киске алтынан һуң башҡа ашатмайҙар ине (ябығырға теләктәре бик көслө булғандар ҙа киске 6-нан һуң ашамай торорға ихтыяр көсө тапмай, ә бында – бәләкәй балалар – авт.). Ә үҫеп килеүсе йәш быуындың һәр ваҡыт ашағыһы килә. Беҙгә татлы ризыҡтар әллә ни эләкмәй торғайны. Бер шулай бина алдына ҙур булмаған йөк машинаһы килеп туҡтаны. Ә унда күп итеп туңдырмалар тейәлгән. Беҙгә алып килделәрме икән, әллә юҡмы, ни булһа ла, беҙ йәшеренеп-боҫоп сыҡтыҡ та водитель күрмәҫ борон бер нисә йәшниген бәрҙек (“урланыҡ” мәғәнәһендә). Шунда үҙебеҙгә бер байрам ойошторғайныҡ.
«Mars», «Snickers» шоколадтары яңы ғына сыға башлағанда (әлегә Башҡортостанда юҡ ине) Германиянан бер нисә ҡап итеп ярҙам рәүешендә ебәрҙеләр. Һәр балаға берешәр тараттылар. Әллә ҡалғанын беҙҙән йәлләнеләр, әллә икенсе сәбәп булдымы, ҡаптарҙа ятып, был шоколадтар ҡортлап бөттө. Һуңынан уларҙы сығарып ташланылар. Икенсе бер осраҡ та иҫемдә ҡалған. Өлкән йәштәге инәй-апайҙар хәйер булһын тип балалар йортона алма, тәмлекәс күстәнәстәр алып килә торғайны. Бер апай өйҙә үҙе бешергән печеньелар алып килде. Ҡамырға шул тиклем күп итеп сода һалынған, уны ауыҙға алып та булмай. Ә ундай татлы ризыҡты күрмәүселәрҙең һуңынан ашҡаҙан ауыртыуынан нисек сыҙай алмай йөрөүҙәрен күҙ алдына килтерә алаһығыҙҙыр. «Штуклап» таратылған алма ла ҡайһы ваҡыт етмәй ҡала, ә бер кемдең дә бүлешкеһе килмәй. Яҙмыш елдәре һәм аяуһыҙ тормош ҡанундары арҡаһында балалар йортона ташланғандар бына шундай шарттарҙа йәшәргә мәжбүр.
Тәрбиәселәр беҙҙе тыңлатып тота алмай ине. Бәлки атай-әсәйҙең булмауы йоғонто яһағандыр, бәлки күмәк малайҙар менән йәшәп, шулай баш баштаҡланып өйрәнгәнбеҙҙер, беҙҙең күптәребеҙ өсөн кеше фекере, кеше һүҙе мөһим түгел ине. Етәкселектең, шул иҫәптән тәрбиәселәрҙең, уларҙы тыңламаған өсөн язаһы ҡаты булды: берәй ғәйебең булһа, һине ас тоталар. Һыуыҡ, ҡараңғы бүлмәгә бикләйҙәр ҙә аштан мәхрүм итәләр. Башҡалар рәхәтләнеп үҙ ризығын ашай, ә һиңә – юҡ, сөнки һин тәртип боҙғанһың йә тыңлашмағанһың. Аслыҡтан иҫтәрен юғалтыусылар була торғайны. Тап ашағы килеү теләге арҡаһында бындағы балалар урлашырға әүәҫләнә, бикле торған йоҙроҡтай ғынаһынан алып ат башына тиклемге йоҙаҡты ла асыу әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
Әлбиттә, был йортҡа килеп эләккәс, һин бындағы талаптарға буйһоноп йәшәргә тейешһең. Әммә иң әсендергәне шул: балалар туғыҙынсы синыфты тамамлау менән уларҙы балалар йортонан сығаралар. Алда – билдәһеҙлек: йәшәр урын, аҡса юҡ, өҫтә бер ҡат ҡына кейем, туғандарың булһа ла, «детдом» балаһын һәр кем ҡабул итмәй. Ошо ваҡыт эсендә һин уҡырға инә алһаң, ятаҡта аслы-туҡлы булһа ла көн күрәсәкһең. Уҡымайһың икән, 15 йәшлектәрҙе бер ергә лә эшкә алмайҙар. Хатта ваҡытлыса йөк ташыусы итеп тә урынлашып булмай, сөнки йүнле ашау булмаған ерҙә балалар ҙа «итһеҙ», ябыҡ ҡына була. Бына ошо туғыҙҙан һуң сығарыу арҡаһында, балалар йорттарының етәкселәре уларҙан енәйәтсе яһай. Ни өсөнмө? Әйтеп үтеүемсә, үҙенән башҡа бер нәмәһе лә булмаған үҫмерҙәр йоҡлар урын, ашар тамаҡ эҙләп, баҡсаларға, өйҙәргә төшә, урлаша башлай. Һөҙөмтәһе – төрмә. Ғәҙеллек бармы һуң бында? Үҙ башынан кисермәйенсә берәү ҙә быға төшөнә алмаясаҡ. Төрлөсә юлдар эҙләп-эҙләп тә таба алмаған үҫмер ирекһеҙҙән баҫа бит шундай аҙымға. Хөкүмәт тарафынан етем балаларға фатир биреү тәртибе лә үҙенә күрә ҡаты, уны һәр кем ала алмай. «Тамаҡ тамуҡҡа илтә» тигәндәре ошо булалыр инде. Төрмәлә, исмаһам, күпмелер ваҡыт ятып-торор урының була, ашаталар, кейендерәләр. Ә ҡайһы берәүҙәр баштан уҡ тормошоноң шундай йүнәлеш алыуына көйөп, ыңғай яҡҡа үҙгәртеү, яйға һалыу, матур һәм бәхетле ғаилә ҡороу өсөн барыһын да эшләй, тырыша.
Беҙ йәшәгән балалар йортона бер малайҙы ҡалдырып китәләр. Ул бер нисә айлыҡмы, әллә йәше тулып өлгөргән булғанмы, уныһын белмәйем. Әммә уның әсәһе балаһын бында алып килерҙән алда йән ерен ҡырҡып ташлаған. Ҙурайғас та был егет кесе ярауын трубка аша ғына бушата ине. Шунлыҡтан бик ныҡ оялды, кәмһенде. Үҙенең киләсәктә ирлек бурысын үтәй алмаясағына бошондо. Әсә кешене ниндәйҙер ир көсләп, ошо бала тыуған булған, тип һөйләнеләр. Ул бар ирҙәрҙән дә үсен алыу маҡсатынан малайын күрәләтә зәғифләй, ғүмерлеккә уның күңелен яралай. Һөҙөмтәлә, үҫкән егет үҙ тормошона төкөрөп ҡарай башланы, һөмһөҙгә әйләнде. Балалар йортонан сығыуға енәйәт ҡылып, төрмәгә лә эләкте».
Динебеҙ буйыңда булған баланан ҡотолоуҙы (аборт) тыйһа ла, был ҡатын енәйәтселәрҙе арттырыуға булышлыҡ иткәнсе (уның ысулы менән көсләүсе ирҙәрҙән үс алырға маташыу – аңһыҙлыҡ, кешелекһеҙлек), баланы тапмаһа күпкә яҡшыраҡ булыр ине, минеңсә (Аллаһы Тәғәлә бер үк ғәфү итһен). Етемдәр һаны шуға ла арта бит, ә уларҙы ташлап киткән саҡта кемдер алып көтөр тип уйлау гелән тормошҡа ашмай. Ғөмүмән алғанда, балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә кешелек тарафынан да ҡараш бик үк шәптән түгел. Хәҙерге ваҡытта балаларҙы ғаиләләргә патронат тәрбиәгә алыусылар күбәйһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың урынын башҡалар биләп, бушағанды ҡаплап тора. Сөнки тап “Әсәлек капиталы”н алыу, шулай уҡ “Газель” машинаһын эләктереү өсөн күп ғаиләләрҙә балалар һаны арта. Был күренештең ирле-ҡатынлы эскән ғаиләләрҙә булыуы тағы ла нығыраҡ эсте бошора.
Балалар йортонда тәрбиәләнеүсе етемдәрҙең 90-сы йылдар ваҡытында булған бер генә күренеше бәйән ителде. Бөгөн балалар йорттарында бик яҡшы шарттар, улар үҙ өйҙәрендәге кеүек йәшәйҙәр. Хәҙерге ваҡытта уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелеүен, спонсорҙарҙың бүләктәр, кейемдәр, тәмлекәс күстәнәстәр бирелеүен телгә алып үтергә кәрәк. Өфө ҡалаһында апрель айында үткән баймаҡтарҙың осрашыуы тап балалар йорто тәрбиәләнеүселәренә ярҙам акцияһы рәүешендә уҙҙы ла инде. Улар йыйылған аҡсаны, бүләктәрҙе Баймаҡ районының Түбә ауылындағы балалар йортона тапшырҙы. Эйе, быларҙың барыһы ла хуплауға лайыҡ, әммә бер генә кеше лә балаһына ысын әсәй һәм атай һөйөүен, наҙын бирә алмай. “Бүрене бүреккә һалһаң да ул урманға ҡарай” ти халыҡ мәҡәле. Балалар үҙ әсәләренең һәм аталарының кем икәнлеген белә икән, ул барыбер уға ынтыласаҡ, тик уларҙы ғына яҡшы кешегә һанаясаҡ. Эсәме ул, әллә төрмәлә ултырамы, икенсе ғаиләһе бармы – бала өсөн был кәртәләр юҡ! Ауыҙына ниндәй генә татлы ризыҡты һалһа ла, өҫтөнә ниндәй генә затлы кейемде кейҙерһә лә – сит кеше уға үҙ ҡаны булмаясаҡ. Ваҡытлыса өләсәй-олатайҙарының ҡарамағына ҡалдырып торғанда ла беҙҙең балаларыбыҙ беҙҙе юҡһына, һағына, түҙемһеҙлек менән көтә. “Ҡасан килеп алаһың?”, йәки “Нисә көн йоҡлағас мине алып ҡайтаһың?” тип шылтырата башлай. Ә бит әсәйҙәребеҙ уларҙы матур итеп ҡарай, тәмле аштарын ауыҙҙарынан өҙмәй, әкиәттәрен һөйләп йоҡларға һала... Бына шуға ла “Терпе балаһын – йомшағым, ҡарға – аппағым тип ярата” тигәндәрҙер инде. Ә бәпестәребеҙ яныбыҙҙа булғанда өлкәндәр: “Кемдән тыуған – шул көтһөн, үҙ ата-әсәһе үҙенә генә ҡәҙерле булһын!” ти. Тимәк, уйланырға урын етерлек.
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, балалар йорттарына эләгеүсе бәләкәстәрҙең бер нисә проценты ғына тулы етем һанала. Йәғни атаһы ла, әсәһе лә үлгәндәрҙе (ә улар күпселек төрлө кимәлдәге фажиғә арҡаһында) ҡайһы берҙә туғандары алып көтә, ундай мөмкинлектәре булмағандар балаларҙы хөкүмәт ҡарамағына тапшыра һәм килеп хәлдәрен белешеп, каникулдарға, байрамдарға үҙҙәренә алып ҡайтып йөрөй. Ә ҡайһы берҙәре ата-әсәһе тере килеш тә етем була. Ғаиләлә тәртипһеҙлектең көсәйеүе, йәғни эскелек менән икеһенең дә берҙәй мауығыуы арҡаһында бер сылбыр барлыҡҡа килә: өйҙәге бар мөлкәтте «йәшел йылан»ға алмаштырыу, ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеү, бәләкәстәрҙең ғүмерҙәрендә бер тапҡыр ғына була торған иң-иң иҫтәлекле мәлдәре – шат бала-сағын урлау, уларҙы иртә йәштән тормош яҡтылығынан мәхрүм итеү… Шунан һуң үҙебеҙгә һорау бирәбеҙ: балаларҙағы яуызлыҡ, кеше хеҙмәтенә төкөрөп ҡарау (нәмәне ватып-емереү), тыңлашмау ҡайҙан килеп сыға икән?
Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап, ҡайһы ваҡыт дуҫ тип һанап йөрөгән кешеләрҙең дә яҙмышын белмәйбеҙ. Кеше йөрәгенең иң төбөнә йәшерелгән ваҡиғаларҙы кире аҡтарып, ҡайғыһын яңынан кисерергә мәжбүр итеү ҙә ҡыйын. Тик нисек кенә булмаһын, ниндәй генә шарттарҙа йәшәмәһен, әҙәм балалары кеше булып ҡала белергә тейеш. Эскелек менән үтә мауығып, шешәне беренсе урынға ҡуйып, селпәрәмә килтергән яҙмыштарҙы аҙаҡ кире бергә туплау бик ауыр һәм оҙайлы ваҡыт талап итә. Айырыуса йәштәр бындай мәсьәләгә етди ҡарап, кеше һүҙенә һәм ғәйбәтенә ҡолаҡ һалмай, балаларын етем итмәһен ине. Ташланған бәләкәстәрҙең йәш аралаш ҡараған нәфрәт тулы күҙҙәре уларҙы ҡайҙа барһалар ҙа оҙатып йөрөй, төштәренә инеп, һаташтыра. Йәшлек хатаһы, эскелек арҡаһында үҙ бәпестәрегеҙҙе етем иткән өсөн һеҙҙең намыҫығыҙ ошо ҡараштарҙы һәм эҙәрлекләүҙәрҙе еңә алырмы? Ғүмер буйы ғазап кисереп йәшәргә әҙерһегеҙме? Балағыҙҙы ташлап китеп, уның һеҙгә бер ҡасан да кәрәкмәйәсәгенә шикләнмәйһегеҙме? Урамда шат бала тауыштарын ишетеп һәм матур-матур кескәйҙәрҙе күреп йөрәгегеҙ һыҡрамаҫмы? Яман аҙымға баҫыр алдынан иң тәүҙә ошондай һорауҙарға яуап биреп ҡарағыҙ. Әгәр һеҙҙе кеше күҙенән “йәшереп-боҫороп”, никахһыҙ бала тыуған өсөн өйгә индермәйҙәр, кеше һүҙенән ҡурҡалар икән, ул – ваҡытлыса күренештер. Сөнки көндән-көн үҫеп, матурайып килгән баланы кем генә яратмаҫ та, бөтөнләй сит-ят тарафта ташлап китергә кемдең йөрәге етер?