Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2020, 19:11

Бәхет үҙ ҡулыңда

Һәр кем үҙ бәхетен үҙе ҡоя. Кемдеңдер насар шарттарҙа ҡалыуы – үҙенең генә ғәйебе. Илаулап ултырғансы, тормошоңдо үҙ ҡулыңа алып, бәләкәс кенә аҙым менән булһа ла, үҙеңдән башларға кәрәк. Сөнки йәмғиәт тә, дәүләт тә үҙ өҫтөнә һине бәхетле итеү бурысын алмаған әле.

Беренсе каналда “Пусть говорят” тапшырыуында, йыл аҙағында булды буғай, күп балалы йәш ғаиләне күрһәткәйнеләр. Ҡайҙан икәндәре хәтерҙә ҡалмаған, әммә был әллә ни мөһим дә түгел. Береһенән-береһе кесе өс баланы бағымсылыҡ органы вәкилдәре әлеге ғаиләнән алырға мәжбүр булған. Улар фекеренсә, ата менән әсә үҙ бурыстарын лайыҡлы кимәлдә үтәй алмай: йорт эсе бысраҡ, йыйыштырылмаған, стена-түбәләр ҡоромдан ҡарайып бөткән, унан бигерәк өйҙәге температураның тыштағыһынан әллә ни айырылмауы (мейестәре менән ниҙер булған) властарҙы хафаға һалған. Әле иһә ата-әсә илаулап, балаларын ҡайтарыуҙарын һорай.

Был ғаиләнең хәле хаҡында ауылдаштары, күршеләре асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙе. Ғаилә башлығынын ялҡаулығын, ярҙамды ла ҡабул итмәүен, утын әҙерләмәүен, баҡса ултыртмауын, хужабикәнең алама ғәҙәттәр менән мауығыуын әйтте.
Йәл, әлбиттә, әммә мине иң аптыратҡаны – залдағы ҡайһы бер кешеләрҙең власть вәкилдәренә “Ниңә һеҙ уларға ярҙам итмәнегеҙ?” тип ғәйеп тағыуҙары булғандыр, йәнәһе лә, бала таптыра беләһегеҙ, күп балалы ғаиләләрҙең мәнфәғәте хаҡында күп һөйләйһегеҙ, ә ысынында бер нәмә лә эшләмәйһегеҙ.
Эйе, был фекер менән өлөшләтә килешергә мөмкин. Илдә байтаҡ күп балалы ғаиләләр ярҙамға мохтаж һәм уларға ярҙам күрһәтеү йәмғиәттең төп бурыстарының береһе, тип әйтергә хаҡым бар. Әммә ниңә беҙ үҙ бәхетен, көнкүрешен һәр кем үҙе ҡорғанын онотабыҙ? Беҙҙең халыҡта иждевенсылыҡ көслө, йәғни күптәребеҙ һаман да ситтән ярҙам итеүҙәренә өмөт итеп, кемдер берәү (дәүләт, йәмғиәт һәм башҡалар) килеп уларҙың йәшәйешен көйләп-ҡороп, биҙәп-матурлап китергә тейеш тип, көтөп тик ултыралар. Һәм үҙҙәренең булдыҡһыҙлығында, донъяларының китеклегендә гел бүтәндәрҙе ғәйепләйҙәр. Был, минеңсә, бөтөнләй дөрөҫ түгел.
Ҡатын-ҡыҙҙан нимә көтәбеҙ?
Иң беренсе, ул беҙҙең аңыбыҙҙа усаҡ һаҡлаусы булып күҙ алдына баҫа: йорт эштәрен күберәк башҡара – ашарға бешерә, өйөн йыйыштыра, керен йыуа, ғаилә ағзаларының бөхтә, таҙа йөрөүҙәрен ҡайғырта һ.б. Ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан ҡатын-ҡыҙҙы иң тәүҙә ошо сифаттары буйынса баһалайбыҙ. Үрҙә һүҙ алып барған ҡатындың бик насар хужабикә икәнлеге күренеп тора, ни өсөндөр был йәһәттән уның һәләте үҫешмәгән. Ләкин беҙ уны ғәйепләй алабыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Ләкин балалар йәл.
Ир-егеттән нимә көтәбеҙ?
Тыштағы эштәрҙе башҡарыр тип өмөт итәбеҙ: утын әҙерләр, йорттоң төҙөклөгөн хәстәрләр, кәртә-ҡураны йүнәтер, аҡса эшләр, балаларҙы ла ҡарашыр – ҡыҫҡаһы, ғаиләнең таянысы, терәге булыр тибеҙ. Ә беҙҙең герой, балаларын яратһа ла (кадрҙарҙан был асыҡ күренә), нимәгә яуап биргәнен бик аңламауы һиҙелә. Яуаплылыҡ төшөнсәһе бик аҙ үҫешкән унда, ахыры.

***

“Баланы тапҡан әсә түгел, баҡҡан әсә”, тиҙәр халыҡта. Тимәк, баланы табыу, уның именлеген хәстәрләү – һәр ата-әсәнең төп бурысы. Эйе, бәлки һин күп итеп аҡса ла эшләй алмайһыңдыр, фатир һатып алырға ла хәлең юҡтыр, ләкин ғаиләңдең ниндәй хәлдә йәшәүен ҡайғыртыу – һәр кешегә зарур. Ярҙам һорау хилаф түгел, киреһенсә, ҡайһы бер осраҡта, бик кәрәк, әммә уға ғына өмөт итеп, үҙ яғыңдан бер ни ҙә ҡыбырлатмау, хатта ҡыбырлатырға тырышмау – шуныһы насар.
Һәр кем үҙ бәхетен үҙе ҡоя. Кемдеңдер насар шарттарҙа ҡалыуы – үҙенең генә ғәйебе. Илаулап ултырғансы, тормошоңдо үҙ ҡулыңа алып, бәләкәс кенә аҙым менән булһа ла, үҙеңдән башларға кәрәк. Сөнки йәмғиәт тә, дәүләт тә үҙ өҫтөнә һине бәхетле итеү бурысын алмаған әле.
Читайте нас: