Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2020, 21:07

Масляков башҡорт КВН командаларын күрәсәк

.

Кисә Сочиҙа "КИВИН - 2020" халыҡ-ара КВН командары фестивале старт алды. Унда Башҡортостан данын ике башҡорт КВН командаһы ла яҡлаясаҡ: Башҡорт асыҡ КВН лигаһы еңеүсеһе "Бер минут" һәм Кубоктар лигаһы чемпиондары "Нөктә.Ru" квн-сылары. Унда 500-ҙән ашыу команда ҡатнаша, фестивалгә килеүселәр һаны 10 меңде ашҡан. Барлыҡ квн-сылар Сочиҙың атаҡлы "Хазина" ҡунаҡханаһында йәшәйәсәк.
Фестиваль сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре, концерт-дискотекалар ҡаралған.
Егеттәр-ҡыҙҙарға уңыштар юлдаш булһын! Кем белә, бәлки, киләсәктә башҡорт квн-сыларын беренсе каналдан ҡарап ултырырбыҙ!
Читайте нас в