Кәрәк буласаҡ:
1 стакан он;
1 стакан шәкәр ҡомо;
Ярты стакан какао;
2 йомортҡа;
50 гр. көнбағыш майы;
1 пакет (11 г. ) йомшартҡыс (разрыхлитель) һәм 1 аш ҡалағы ванилин
Әҙерләү:
Он, шәкәр, йомшартҡыс, ванилин, какаоны бергә ҡушып, өҫтөнә һөт ҡойорға һәм көнбағыш майы өҫтәргә;
Йомортҡаны миксер ярҙамында болғатырға һәм ҡамырға ҡушҡас, һәйбәт итеп туҡырға
180 С ҡыҙыулығындағы мейестә 30-45 минут тоторға.
Өҫтөн глазурь йәки шоколад онтағы менән биҙәргә
Сәйегеҙ тәмле булһын!