Сабит исемле егет практика үтергә килә. Башҡортса белмәгәс, ауыл халҡы ҡыҙыҡ итергә була үҙен. Уға мәктәп директорының исем-шәрифе “Бәҙрәф Әбрәкәйевич” тип әйтәләр.
- Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ул. Ҡысҡырыбыраҡ өндәш, - тиҙәр.
Әмәлгә ҡалғандай, шул мәл директор үҙе лә күренә.
- Бәҙрәф Әбрәкәйевич, мине һеҙҙең мәктәпкә ебәрҙеләр, - ти был руссалап.
Директор, әллә яңылыш ишетәм инде, тип, уға бик сәйерһенеп ҡарай. Егет, директор, ысынлап та, һаңғырау, ахыры, тип тағы ла ҡысҡырыбыраҡ өндәшә...
Бына ниндәй хәлгә ҡалдыра тел белмәү касафаты.