Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 11:43

"Ауыл уҡытыусыһы" программаһы тормошҡа ашырыла башланы

#ВладимирПутин

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың февралендә Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ғәмәлдәге «Ауыл табибы» программаһы буйынса ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға эшкә ҡайтҡан уҡытыусылар өсөн «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын ғәмәлгә ашырырға тәҡдим итте.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы сиктәрендә ауыл уҡытыусылары өсөн федераль аҡсаға 55 йәшкәсә педагогтар дәғүә итә ала. Программа балалар баҡсалары тәрбиәселәренә, шулай уҡ, уҡытыусыларҙан тыш, башҡа педагогик хеҙмәткәрҙәргә ҡағылмай.
Шуның менән бергә педагогик хеҙмәткәрҙәр вазифалары исемлегенә, уҡытыусынан тыш, тәрбиәсе, хеҙмәт буйынса инструктор, физик культура буйынса инструктор, концертмейстер, логопед, методист, музыкаль етәксе, өҫтәмә белем биреү педагогы, педагог-китапханасы, педагог-психолог, социаль педагог, тренер-уҡытыусы инә.
10 ғинуарҙа «Ауыл уҡытыусыһы» программаһының конкурс һайлап алыуында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ғаризаларҙы федераль программаның рәсми сәхифәһендә ҡалдырырға мөмкин. Ғариза биргәндән һуң дәғүәселәрҙең документтары түбәндәге адрестарға ебәрелә.
Ғаризаларҙы 2020 йылдың 10 ғинуарынан 15 апреленә тиклем ебәрергә кәрәк, тип хәбәр итә республика Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#ВладимирПутин
Читайте нас: