Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 20:06

Башҡортостанда алдағы 3 йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә

.

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереүгә 4,7 миллиард һум йүнәлтелә, шуның 3 миллиарды – федераль бюджеттан.
Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәләге сығышында, 2019 йылда Башҡортостанда ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтереү өсөн 1,2 миллиард һум йүнәлтелде, шуның 692,8 миллион һумы – федераль ҡаҙнаныҡы, тип билдәләне. Дөйөм сумманан 816,7 миллион һум торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә бүленде, 840 ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға субсидиялар алды.
Бер йылда дөйөм оҙонлоғо 32,3 саҡрымлыҡ 8 газ менән тәьмин итеү объекты, 11 һыу менән тәьмин итеү объекты (66,9 саҡрым), дүрт фельдшер-акушерлыҡ пункты (Әбйәлил, Ҡалтасы, Ишембай, Асҡын райондарында) төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылды, халыҡтың урындағы башланғыстарына ярҙам итеү буйынса өс проект бойомға ашырылды (күп функциялы спорт майҙансыҡтары).
Илеш районының Ҡарабаш ауылындағы «Юбилей» биҫтәһендә комплекслы төҙөлөш проектын ғәмәлгә ашырыу тамамланды.
Читайте нас: