Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 14:57

ҺИН НИНДӘЙҺЕҢ, ЗАМАН БАШҠОРТО?

Мин туған телемде яҡшы беләм, һөйләшәм, яҙам, туған телемдә уйлайым, аралашам. Әсәһен һәм атаһын хөрмәт итмәгән кеше туған телендә һөйләшмәй, халҡын хөрмәт итмәгән кеше халҡы булмышын белмәй. Туған тел – ул күҙгә күренмәгән ағза. Атай-әсәйем был камиллыҡтан мәхрүм итмәгән.

Мин ҡара наҙан түгелмен. Туған телендә һөйләшмәгәндәрҙе халыҡ ҠАРА НАҘАН тип атай.
Мин туған телемде яҡшы беләм, һөйләшәм, яҙам, туған телемдә уйлайым, аралашам. Әсәһен һәм атаһын хөрмәт итмәгән кеше туған телендә һөйләшмәй, халҡын хөрмәт итмәгән кеше халҡы булмышын белмәй. Туған тел – ул күҙгә күренмәгән ағза. Атай-әсәйем был камиллыҡтан мәхрүм итмәгән.
Мин рус телен яҡшы беләм. Яҙам, уҡыйым, аралашам.
Мин сит телдәр өйрәнәм.
Мин – башҡорт. Иҫ китмәле баймын, ҡолас еткеһеҙ. Моңом, телем, йырҙарым, ҡурайым, думбырам, үҙ телемдә нәшер ителгән матбуғатым, китаптарым бар. Өйөмә инегеҙ – башҡортлоғом шунда уҡ күҙгә ташланыр. Кәштәләрҙә – башҡорт китаптары, түрҙә – ҡурай, өҫтәлдә – башҡорт телендә гәзит-журнал, телефоным башҡорт көйөнә ҡулайлашҡан, телевизорҙан Юлдаш тапшырыуҙары, радионан башҡорт моңо ағыла.
Мин – башҡорт. Тәбиғәт биргән иҫ китмәле рухи байлыҡҡа эйә булырға ынтылам. Башҡаныҡына ҡул һуҙмайым, үҙемдекен бирмәйем.
Мин – башҡорт. Халҡыма мөмкин тиклем ярҙам итергә ынтылам. Ярҙам итә алмайым икән – ҡамасауламайым: халҡым бәҫен төшөрөрлөк көләмәс һөйләмәйем, халҡымды яманламайым, үҙ кәмселегемде халыҡҡа япһармайым.
Мин – башҡорт. Ҡулдан килгәнсе камиллашырға тырышам. Алға ынтылыусыларға аяҡ салмайым. Шәхестәр – халҡыма бирелгән тәбиғәт бүләге. Уларҙың ҡәҙерен беләм, ҡурсалайым, һоҡланам.
Ошоларҙың барыһы өсөн атай-әсәйемә рәхмәт! Бәлиғ булғас, үҙегеҙгә рәхмәтле булырлыҡ нәҫел ҡалдырыу тураһында уйланайыҡ әле, атай-әсәйҙәр!
Мәрйәм Бураҡаева.
Читайте нас: