Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 22:26

Милли проекттар: Балтаста яңы балалар баҡсаһы

#нацпроекты

Балтас районы Яңы Ямурҙа ауылында егерме урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы асылды. Мәктәпкәсә учреждение «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә сафҡа ингән. Төҙөлөш эштәренә сығымдар күп талап ителмәй. Ауыл үҙәгендәге буш административ бинаға капиталь ремонт яһау һәм уңайлы шарттар булдырыуға ни бары ике миллион һум аҡса талап ителә.
Мәктәпкәсә учреждениены асыу тантанаһында кескәйҙәр иркен тамаша залында йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Ижади һәләттәрҙе үҫтереү өсөн бында төрлө түңәрәктәр эшләйәсәк, шулай уҡ кескәйҙәргә айырым йоҡо бүлмәһе ҡаралған. Яңы балалар баҡсаһының сафҡа индерелеүе - ауыл халҡы өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға. Быға тиклем ата-әсәләр балаларын район үҙәгенә, ун саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан балалар баҡсаһына йөрөткән.
Читайте нас: