«Йәш, ихлас, талантлы, популяр ҡатнашыусылар ошо ваҡиға менән Рәми Ғариповтың ижадын һөйөүселәрҙе берләштерергә теләй. Билеттарҙы һатыуҙан килгән аҡса «Беренсе Республика» трилогияһының Рәми Ғарипов хаҡында тулы метражлы нәфис фильмын төшөрөү өсөн тотонола», — ти ойоштороусылар.
Программала актерҙар Әхтәм Әбүшахманов, Таңсулпан Бабичева, Рушанна Бабич, Артур Ҡунаҡбаев, Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Руслан Хайсаров, Радмир Абдуллин, Фирғәт Ғарипов, Илнур Лоҡманов, Шәһит Хамматов, Вадим Ҡылысов, Салауат Юлдашбаев, Морат Рафиҡов, Лилиә Исҡужина, Гөлназ Мөхәмәҙиева, «Карауанһарай» фольклор-эстрада төркөмө, Азат Йыһаншин, Алһыу Бәхтиева, Әлим Ҡәйүмов, Фәрүәз Урманшин, Гөлсөм Бикбулатова, Урал Ниғмәтуллин, Светлана Хәкимова, Айгиз Ханов ҡатнаша.