Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 22:19

Өсөнсө балаға бирелгән ер участкаһын аҡсалата биреүҙәре ихтимал

.

Киләһе программа Башҡортостанда тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән юл картаһында билдәләнгән йүнәлештәрҙең береһе буласаҡ. Әле республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ошо туралағы программа әҙерләй. Бөгөн документ оператив кәңәшмәлә өйрәнелде.
Демографияны яҡшыртыуға йүнәлтелгән юл картаһы дүрт бүлектән тора. Тәүге йүнәлеш йәш ғаиләләрҙең сәләмәтлеген хәстәрләү, экстракорпораль аталандырыу алымын камиллаштырыу, аборттарҙы кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Икенсеһе – миграция сәйәсәтен үҙгәртеү. Был йәһәттән йәштәрҙең сит төбәктәргә китеүен кәметеү, башҡа илдәрҙән йәш ғаиләләрҙе йәлеп итеү кеүек эштәр башҡарыласаҡ. Өсөнсөнән, йәш ғаиләләргә игелекле мөхит булдырыу, айырыуса йылы ҡараш тыуҙырыу мөһим. Һәм һуңғыһы – мәғлүмәти оҙатыу. Уңышлы ғаиләләр, күп балалы әсәләр, илдә тормошҡа ашырылған социаль ярҙам тураһында һөйләү. Шулай ҙа демографияны тотҡарлаған иң мөһим фактор – торлаҡ мәсьәләһе. Белгестәр был йүнәлеште ентекле өйрәнеп юл картаһына айырым бүлек итеп ҡушырға ниәтләнә.
Читайте нас: