Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2020, 11:48

"Шыршыларҙы - юнысҡыға" акцияһы дауам итә!

Тағы ла 18-19 ғинуарҙа шыршыларҙы тапшырырға мөмкинлек бар.#нацпроекты

Өфөлә яңы йыл шыршыларын утилләштереү буйынса «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһын уҙғарыла. Ҡабул итеү нөктәләре тағы ла 18 һәм 19 ғинуарҙа эшләйәсәк.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡарағайҙарҙы, аҡ шыршыларҙы, шыршыларҙы ҡаланың 24 майҙансығындағы махсус ҡабул итеү пункттарына тапшырырға мөмкин. Бынан тыш, 18 ғинуарҙа «Аркада» һәм «Купец» сауҙа үҙәктәре биләмәһендә яңы йыл ағастарын утилләштереүгә тапшырыу өсөн өҫтәмә нөктәләр ойошторола.
Экопроектты ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияның төп маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың ғинуарында Өфөлә ошо акция барышында 1000-гә яҡын ағас йыйылды һәм икенсел эшкәртеүгә ебәрелде.
Читайте нас: