Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 16:09

Ауыл биләмәләрендәге бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа — 1 миллиард һум дәүләт ярҙамы

#нацпроекты

2020 йылда Башҡортостан хөкүмәте ауыл биләмәләрендә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күләмен 1 миллиард һум кимәлендә һаҡлап ҡалырға планлаштыра, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Милли проекттарҙы, грант программаларын һәм урындағы башланғыстарға ярҙам күрһәтеү программаһын тормошҡа ашырыу барышында ауылда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн беренсе тапҡыр 1 миллиард һум самаһы аҡса бүленде. Быйыл уларҙы финанслау элекке кимәлдә һаҡлана», — тип билдәләне Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.
Дөйөм алғанда, 2019 йылда республикала 108 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы, 129 фермер хужалығы ойошторолдо. Уларҙың ярҙамы менән ауылда 620 эш урыны булдырылды.
Бынан тыш, республиканың 33 фермер хужалығы һәм кооперативы техникаһын яңыртты һәм ҡорамалдар һатып алды.
«Башҡортостан 2018-2019 йылдарҙа ойошторолған ауыл хужалығы кооперативтары һаны буйынса төбәктәр рейтингында беренсе урынды биләй, — тине Алмаз Ғәлимов. — Ошо ваҡыт эсендә Рәсәйҙә булдырылған яңы кооперативтарҙың 16% — Башҡортостан берләшмәләре».
"Башинформ"дан.
Читайте нас: