Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 18:30

Австралияла урмандарҙың яныуы һаман дауам итә

Үткән йылдың декабренән алып бөгөнгәсә Австралиялағы янғын бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Ике-өс айға һуҙылған ҡоро һауа торошо, башҡа йылдарға ҡарағанда һауа температураһының яҡынса 5 – 6 градусҡа күтәрелеүе сәбәпсе булған тип фаразлана.

РИА яңылыҡтар хәбәр итеүенсә, 27 кеше хәбәрһеҙ юғалған, өс меңләп йорт-ҡаралты, йөҙәр меңләп кейек-йәнлек, ҡош-ҡорт янған һәм уларҙың ҡайһы бер төрҙәрен ҡабаттан бөтөнләй тергеҙеп булмаясаҡ.
Күпселек өлөшө ылыҫлы урманға ҡараған Австралия тәбиғәтен ҡотҡарыуҙа бөгөн ирекмәндәр күпләп ҡатнаша, ауыр хәлдә ҡалыусыларға дәүләт төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, бәләнән тере ҡала алған йәнлектәргә самолет менән өҫтән тонналап йәшелсә ташлана. Әммә тынысланырлыҡ яңылыҡтар юҡ, сөнки ҡоро һауа торошо һаман да дауам итәсәк әле.
Читайте нас: