Был медицина учреждениеларында 900-гә яҡын кеше хеҙмәтләндереләсәк, шул иҫәптән – 268 бала. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының кәрәкле ҡоролмалар, йыһаздар менән тулыландырылыуы сифатлы беренсел медицина ярҙамы алырға мөмкинлек бирәсәк. Медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәт шарттары ла яҡшырған. Юғиһә, элекке биналарында һыуһыҙ, канализацияһыҙ, мейес менән йылытып интеккәндәр. Бөрйәндә фельдшер-акушерлыҡ пункттары Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды.