Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Ғинуар 2020, 14:14

Радий Хәбиров тыуым өсөн борсола

#детибашкортостанасчастье#башҡортостанбалалары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтендә үткәргән оператив кәңәшмәлә тыуымды күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.
Вице-премьер, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, былтыр республикабыҙҙа 42 меңгә яҡын бала тыуған, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, 10,5 процентҡа аҙыраҡ.
Ленера Иванова әйтеүенсә, республикала "Асыҡ бала табыу йорто" программаһы булдырыласаҡ, уның сиктәрендә һәр атай сабыйы дауаханан сығарылмаҫ элек, инеп хәлен белә аласаҡ. Шулай уҡ әле төҙөлөп ятҡан "Уңайлы медицина тикшереүе" проекты йәш бала менән дауаханала сиратһыҙ йөрөргә мөмкинлек бирәсәк.
Министр әйтеүенсә, халыҡ һаны артһын өсөн йыл һайын биш меңгә артығыраҡ бала тыуыуы кәрәк. Тыуымды арттырыу өсөн министрлыҡ өҫтәмә саралар исемлеген әҙерләгән. Улар үҙ эсенә репродуктив сәләмәтлекте нығытыу, халыҡ миграцияһын тотҡарлау, ғаиләгә теләктәш инфраструктураны үҫтереү, балалы ғаиләләрҙең ыңғай образын булдырыу кеүек йүнәлештәрҙе ала. Һандарға килгәндә, ошо саралар 2024 йыға тиклем тыуым күрһәткесен 8,5 меңгә арттырыр, тип күҙаллана. Быға “Демография” милли проекты ла үҙ өлөшөн индерергә тейеш.
– Демографик хәлде аҡса менән генә хәл итеп булмай. Әгәр ҙә тыуым күрһәткесен күтәреү буйынса аныҡ саралар комплексын тормошҡа ашырмаһаҡ, дүрт миллионлы республикабыҙ өс миллионға ҡарай тәгәрәйәсәк. Ояты ни тора! Нимә эшләй аласағыбыҙҙы билдәләгән өсөн ҙур рәхмәт. Эшкә тотонайыҡ, – тип йомғаҡланы һүҙен Радий Хабиров.
Читайте нас: