Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 13:24

Өфөлә газ шартлауы арҡаһында йорт түшәме емерелгән

.

15 ғинуарҙа иртән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Кризислы хәлдәрҙә идара итеү үҙәгенең оператив-дежур сменаһына Өфө ҡалаһының Пекин урамындағы 16-сы йортта стенаның емерелеүе тураһында хәбәр килгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
Көнкүреш газы шартлауы арҡаһында икенсе ҡатта түшәм емерелгәне асыҡланған.
30 кеше үҙ аллы эвакуацияланған, өс кеше йәрәхәтләнгән, уларҙың берәүһе – бала. Конструкцияларҙы һүтеү эштәре бара. Шәхси составтан 70 кеше һәм 17 берәмек техника, шул иҫәптән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 41 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән.
Хәл – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы контролендә, оператив штаб эшләй.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов та ваҡиға урынында.

"Башинформ"дан.

Читайте нас: