Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 21:00

Район һабантуйына туҙға яҙып ҡуйылған шиғырын күреп, уҡырға саҡыралар

Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәтендәге иң уҡымлы блогер яҙыусы, оҫта хикәйәсе Миләүшә Ҡаһарманова ижадынан ун ваҡиға.

  1. Миләүшә Ҡаһарманованы бөрйән ҡыҙы тип белһәләр ҙә, ысынында ул әсәһенең туған төйәгендә, Арғаяшта тыуған. Силәбеләр уны “Силәбе өлкәһенең билдәле ҡатын-ҡыҙҙары” китабына индергән.
  2. Мәктәптә физика, химия, математика фәндәрен бөтөнләй аңламай. “Өслө”гә уҡый. Мәктәптән һуң БДУ-ға инә алмай. Ике йыл эшләп кенә килә. Унда ла Әхмәт Сөләймәнов район һабантуйына туҙға яҙып ҡуйылған шиғырын күреп, уҡырға саҡырып ала.
  3. Миләүшәлә еңелсә формалағы дальтонизм, ул төҫтәрҙе насар айыра. Шулай уҡ гетерохромия, күҙ алмалары ике төҫтә. Бала сағында ғаиләлә уға быны әйтмәйҙәр, үҙе лә белмәй. Мәктәптә уҡығанда ғына балалар үсекләгәнгә көҙгөгә ҡарап аңғарып ҡала. Тик оялып өйрәнмәй. Өйҙәге ололар уға быны “үҙенсәлек” тип һеңдергән була.
  4. Һандар менән “дуҫ түгел”. Ҡабатлау таблицаһын ятлай алмаған, уға уңды-һулды асыҡлау өсөн дә ваҡыт кәрәк. Исемдәрҙе хәтерендә ҡалдыра алмай. Ә бына ишеткән тарихтарын, уҡығандарын онотмай.
  5. Миләүшә Ҡаһарманованың саңғы буйынса I разряды бар. 5 - 15 саҡрымдарға йүгереүҙә күп тапҡырҙар алдынғы урындарҙы биләй. КМС-ҡа тәҡдим ителә лә, тормошҡа сығыу сәбәпле, саңғы спортын ҡалдыра.

  6. Бала саҡтан башҡорт теле уҡытыусыһы булырға хыяллана, тик мәктәпкә эшкә барып ҡарағас үҙенең уҡытыусы түгеллеген аңлай һәм журналистикаға китә.
  7. Ул төрлө район, ҡала һәм филармония сәхнәләрендә ҡуйылған йөҙгә яҡын концерт, тамаша сценарийҙары авторы.
  8. Ете йыл рәттән Ураҙаны тулыһынса һәм бөтә тәртиптәре менән тота. Рухты, холоҡто сыныҡтырыуҙың, эске таҙараныуҙың, уйҙарҙы тәртипкә һалыуҙың иң яҡшы юлы, тип иҫәпләй.
  9. Журналистика өлкәһендә Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
  10. Бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәтендәге иң уҡымлы блогер (интернет)-яҙыусы.
  11. Читайте нас: