Быға тиклем һөт кухнялары Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Учалы һәм Белорет ҡалаларында эшләй башланы. Уларҙың һәр береһе тәүлегенә 5 тоннаға яҡын һөттө эшкәртә. Былтыр июлдән декабргә тиклем Башҡортостандың иң бәләкәй балалары өсөн 1 миллион 200 мең өлөш юғары сифатлы һөт продукцияһы етештерелгән. Продукцияның өҫтөнлөгө шунда, ризыҡтарҙың составында ҡушымталар, консерванттар, төрлө буяуҙар юҡ. Шуға күрә, уның һаҡлау ваҡыты ла ҡыҫҡа. Һөт кухняһы аҙыҡтары менән уртаса килем йәшәү минимумынан кәм тәшкил иткән ғаиләләрҙә үҫкән алты айҙан өс йәшкә тиклемге балалар бушлай тәьмин ителәсәк.