Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 11:34

Владимир Путин мөрәжәғәтнамә әҙерләй

#ВладимирПутин15 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ.Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә әҙерләү буйынса эш кәңәшмәһе уҙҙы. Кәңәшмәлә Президент хакимиәте етәксеһе Антон Вайно, Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары – финанс министры Антон Силуанов, Президент хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Алексей Громов, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова, Президент ярҙамсыһы Андрей Белоусов, иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин, Мәскәү мэры Сергей Собянин, Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин ҡатнашты. Был хаҡта бөгөн журналистарға дәүләт башлығының матбуғат секеретаре Дмитрий Песков хәбәр итте. Мөрәжәғәтнамәлә илдең эске торошона баһа бирелә, эске һәм тышҡы сәйәсәттең йүнәлештәре билдәләнә.

#ВладимирПутин

15 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ.

Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә әҙерләү буйынса эш кәңәшмәһе уҙҙы. Кәңәшмәлә Президент хакимиәте етәксеһе Антон Вайно, Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары – финанс министры Антон Силуанов, Президент хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Алексей Громов, Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова, Президент ярҙамсыһы Андрей Белоусов, иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин, Мәскәү мэры Сергей Собянин, Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе Михаил Мишустин ҡатнашты. Был хаҡта бөгөн журналистарға дәүләт башлығының матбуғат секеретаре Дмитрий Песков хәбәр итте. Мөрәжәғәтнамәлә илдең эске торошона баһа бирелә, эске һәм тышҡы сәйәсәттең йүнәлештәре билдәләнә.
Читайте нас: