Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Ғинуар 2020, 20:49

Янғындан 20 кешене аралап ҡалған почтальонға дәүләт наградаһы тапшырыласаҡ

.

Республика башлығы Радий Хәбиров был хаҡта социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.
Межгорье ҡалаһында янғындан 20 кешене аралап ҡалған почтальон Эльвира Шәйәхмәтоваға дәүләт наградаһы тапшырыласаҡ
"Мин уны лайыҡлы бүләкләү тураһында күрһәтмә бирҙем. Бүләкләү тантанаһында беҙ ул ҡыйыу ҡатын менән күрешәсәкбеҙ һәм мин уға рахмәттәремде шәхсән белдерергеә ниәтләйем", - тип яҙған Радий Хәбиров.
Был ваҡиға яңыраҡ була. Ҡатын кеше пенсия таратып йөрөгән ваҡытта йорттарҙың береһендәге фатирҙың төтөнгә сорналғанын күрә. Икенселәр ҡотҡарыусылар саҡыртҡан мәлдә ул фатир һайын йөрөп кешеләрҙе иҫкәртеп сыға. Электр утын һүндергәндән һуң оло йәштәге пенсионер әбейҙе тышҡа алып сығыша. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығынан был ҡыйыу ҡатынға рәхмәт белдергәндәр
bash.news
Читайте нас: