2023 йылдың 1 сентябренән Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә 1-4 класс уҡыусылары бушлай сифатлы ҡайнар аш менән тәьмин ителә башлай, техник мөмкинлек булған урында — быйыл 1 сентябрҙән үк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй президенты мөрәжәғәтнамәһе положениеларын бойомға ашырыуға арналған кәңәшмәлә Мәғариф министрлығына шундай йөкләмә бирҙе.
«Техник әҙерлек булған мәктәптәрҙә 2020 йылдың 1 сентябренән бушлай ҡайнар аш бирелергә тейеш. 2023 йылдың 1 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса бөтә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай сифатлы аш менән итергә кәрәк. Һеҙҙең менән был мәсьәләне бер нисә тапҡыр ҡараныҡ, уны хөкүмәттең социаль блогы менән тикшерҙек, ләкин беҙҙе бюджетыбыҙҙың көсөргәнешле булыуы тыйып торҙо», — тине республика етәксеһе.
Муниципалитет башлыҡтары был мәсьәләне контролдә тоторға, айырыуса аҙыҡ-түлектең сифатына иғтибар бирергә бурыслы, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уның фекеренсә, мәктәптә сифатлы туҡланыу — балаларыбыҙ сәләмәтлегенең нигеҙе.
Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, хәҙерге көндә мәктәптә ҡайнар аш биреүҙе ойоштороу проблемаһы башлыса 20-30 бала уҡыған һәм аҙыҡ ситтән килтерелгән аҙ комплектлы мәктәптәрҙә күҙәтелә.
«Әлеге ваҡытта республика мәктәптәрендә 220 мең башланғыс класс уҡыусыһы белем ала. Фаразлауыбыҙса, 1 сентябргә уларҙың һаны 225 меңгә етергә тейеш», — тине Айбулат Хажин.