"Балаларҙы оло юлға әҙерләүселәр, уҡытыусылар дәүләт ярҙамына мохтаж",- тине мөрәжәғәтнамәһендә Владимир Путин. Мәктәптәрҙә класс етәкселәре тап ошо үтә лә мөһим миссияны үтәй. Ил башлығы был йөкләмәне алыусы уҡытыусыларға биш мең һум күләмендә өҫтәмә аҡса түләргә ҡушты.
Владимир Путин шулай уҡ хөкүмәттән төбәктәр менән берлектә илдә нисә өҫтәмә мәктәп кәрәклеген билдәләүҙәрен һораны һәм мәктәптәр һалыуҙан тыш, белем биреү һәм башҡа инфраструктураны ошо маҡсаттар өсөн һөҙөмтәле файҙаланыу зарурлығын әйтте.
Ил президенты "Ауыл уҡытыусыһы" программаһының тормошҡа ашырыла башлауын, уның ыңғай яҡтарын һөйләне. Ауыл эшсәндәрен программаға ҡушылырға саҡырҙы. Шулай уҡ тағы бер яҡшы хәбәр - уҡытыусыларҙың ҡағыҙ эше кәметеләсәк. Был йәһәттән "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә саралар ҡабул ителәсәк.