Шоңҡар
+15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:27

Мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты яҡшыра

#ВладимирПутин

Рәсәйҙә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итәсәктәр. Владимир Путин 1-4 класс уҡыусыларын ҡайнар аш менән тәьмин итергә тигән тәҡдим индерҙе. Дәүләт башлығы билдәләүенсә, бала мәктәпкә йөрөй башлаһа, ата-әсәләрҙең, айырыуса әсәләрҙең эшкә сығыу, өҫтәмә килем алыу мөмкинлектәре күбәйә, әммә ғаиләнең баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн сығымы ла арта. Илдә тейешле инфраструктура булдырырға, ашханаларҙы йыһазландырырға, сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә кәрәк, тине Владимир Путин. Мөмкинлек булған мәктәптәрҙә 2020 йылдың 1 сентябренән үк бушлай ҡайнар аш бирелергә тейеш.
«Башҡа коллегаларҙан был эште тиҙләтеүҙәрен һорайым. 2023 йылдың 1 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса Федерацияның барлыҡ субъекттарында башланғыс класс уҡыусылары бушлай сифатлы ҡайнар аш менән тәьмин ителергә тейеш», — тип өҫтәне Рәсәй президенты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: