Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ғинуар 2020, 11:58

Мөрсәлимдәргә - яңы клуб!

#нацпроекты

Хәтерегеҙҙәлер, төбәк етәксеһе эш сәфәре барышында 1895 йылда төҙөлгән иҫке клуб бинаһын ҡарап сыҡҡандан һуң, Хөкүмәткә ауылда яңы мәҙәниәт йорто һалырға ҡушҡайны. "Мәҙәниәт" проекты сиктәрендә Салауат районы Мөрсәлим ауылында 200 урынлыҡ клуб төҙөлөп бөттө. Яңыраҡ Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов республика Башлығы Радий Хәбировты Мөрсәлим ауылына мәҙәниәт йортон асыу тантанаһына саҡырҙы. Уны асыу тантанаһы 26 ғинуарҙа уҙа.
Заманса клуб үҙ эсенә тамаша залын, балалар сәнғәт мәктәбен, китапхананы, балалар түңәрәктәрен һәм кафены һыйҙырған. Иң шәбе, мәҙәниәт йортонда кино күрһәтеү мөмкинлеге буласаҡ, бының өсөн махсус ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Балалар сәнғәт мәктәбендә “Фортепиано”, “Халыҡ инструменттары” (баян, ҡурай), “Хореография”, “Һынлы сәнғәт” йүнәлеше буйынса уҡый аласаҡ.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәй халыҡтары мәҙәни традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән милли проекттар төҙөргә йөкмәтте һәм указға ҡул ҡуйҙы.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин
Читайте нас: