Байкал аръяғы крайында хеҙмәттәштәрен һәләк иткән Рәмил Шәмсетдиновтың яҙмышы өсөн бөтә ил борсола. Уның артабанғы яҙмышы нисек булыр? Рәмилде конвой менән Чита ҡалаһынан Мәскәүгә психолог-психиатрик экспертиза үткәреүгә алып киткәйнеләр. Әле туғандары һалдатты юғалтҡан. Атаһы Сәлим Шәмсетдинов "URA.RU" агентлығына улының ҡайҙалығын бер кем дә шәхсән хәбәр итмәүен белдергән.
"Мин Рәмилде Мәскәүгә бер айға яҡын алып барасаҡтар тип уйлайым. Үҙем тәртип һаҡлау органдарында эшләгәнлектән, был миңә таныш хәл. Унда бит тура рейс менән бармайҙар", – ти агентлыҡҡа атаһы.