Шоңҡар
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 13:47

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров тәүгә конькиға баҫты: «Ауыр, ләкин мин ныҡыш, өйрәнермен»

.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәүге тапҡыр конькиға баҫты. Дебют «Өфө-Арена» боҙонда булды. Республика етәксеһе Facebook социаль селтәрендәге сәхифәһендә үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
«Вәғәҙәләрҙе үтәргә кәрәк. Бер йыл элек «Салауат Юлаев» командаһы егеттәренә, әгәр улар конференция финалына сыҡһа, хоккей уйнай башларға вәғәҙә иткәйнем. Ул саҡта улар һүҙҙәрендә торҙо. Бына бөгөн ғүмеремдә тәүге тапҡыр конькиға баҫтым һәм хоккейсы кейемендә боҙға сыҡтым. Ауыр, ләкин мин ныҡыш, өйрәнермен», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Читайте нас: