Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ғинуар 2020, 17:35

Яңы Премьер-министр Михаил Мишустин пенсия реформаһын үҙгәртеүгә ҡаршы

#ВладимирПутин

Мишустин пенсия реформаһын үҙгәртмәҫкә вәғәҙә итте.
Ил башлығы Владимир Путин Михаил Мишустинды Премьер-министр итеп тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Ә уға тиклем Дәүләт Думаһы депутаттары етәксенең кандидатураһын раҫлағайны. “Берҙәм Рәсәй”, ЛДПР һәм “Ғәҙел Рәсәй” уның яҡлы булды. КПРФ тауыш бирмәй ҡалды.
Үҙ сығышында Мишустин пенсия реформаһын үҙгәртмәҫкә вәғәҙә итте. Бының урынына ул ил халҡының килемен үҫтереү өҫтөндә эшләргә кәрәклеген белдерҙе. Пенсияға ҡағылышлы һорауҙы КПРФ депутаты Алексей Корниенко бирҙе. “Пенсия реформаһын үҙгәртеүгә ҡаршымын, эш хаҡы мәсьәләһен йырып сығырға кәрәк”, - тип яуапланы уға Мишустин.
#ВладимирПутин
Читайте нас: