Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2020, 15:38

Һай, афарин, ғәбдиндәр!

Татыулыҡ һәм тырышлыҡ - йәшәүҙең төп тотҡаһы. Әбйәлил районының Ғәбдин ауылы халҡы шуны раҫлар. Төпкөлдәрәк урынлашҡан, бәләкәй генә ауыл халҡы киләсәген күмәкләп хәстәрләй. Яңыраҡ ғәбдиндәр үҙ көсө менән хоккей ҡумтаһы төҙөп сыҡҡан.Дауамы:

Татыулыҡ һәм тырышлыҡ - йәшәүҙең төп тотҡаһы. Әбйәлил районының Ғәбдин ауылы халҡы шуны раҫлар. Төпкөлдәрәк урынлашҡан, бәләкәй генә ауыл халҡы киләсәген күмәкләп хәстәрләй. Яңыраҡ ғәбдиндәр үҙ көсө менән хоккей ҡумтаһы төҙөп сыҡҡан.
Ғәбдиндә сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа бер кем дә битараф түгел. Ҡыштарын улар Кесе Ҡыҙылда шайба һуға, хоккей буйынса ярыштар уҙғара, йәйен футбол уйнай. Һуңғы йылдарҙа Кесе Ҡыҙыл ныҡ һайығып, шыуырлыҡ урын ҡалмаған. Ғәбдиндәр оҙаҡ уйлап тормай, хоккей майҙансығы төҙөргә ҡарар итә. Бындай ҙур эшкә ауыл халҡы дәррәү тотона: йәш егеттәр урмандан ағас ҡырҡып алып килә, кемдер техника менән, кемдер яғыулыҡ менән ярҙам итә. Ауыл халҡы аҡса йыйып, таҡта һәм башҡа төҙөлөш кәрәк-яраҡтары һатып алына. "Бөгөн барлыҡ балалар хоккей уйнау өсөн коньки алдырып бөткән, был ҙур ҡыуаныс", - тип хәбәр итә ғәбдиндәр. Хоккей майҙансығы Яңы йыл алдынан әҙер булған, 25 ғинуарҙа ҡумтаны асыу тантанаһын үткәрергә йыйына ғәбдиндәр. Шулай уҡ тирә-яҡ ауыл хоккей командалары араһында турнир ойоштороу планлаштырыла.
Афарин, Ғәбдиндәр!
Читайте нас: