Дуҫтар, “Шоңҡар” журналы иғлан иткән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн нәҫел тамырын өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлатҡан инсценировкалар һәм пьесалар бәйгеһе тамамланыуға ни бары ун ғына көн ҡалды.
Әлегә йәмғеһе ун эш ҡабул ителде. Арағыҙҙа ярышта ҡатнашып ҡарарға дәрт итеп тә, һаман яҙмаларын тамамламаусылар булһа, ашығығыҙ! Ижадкәр уҡыусыларыбыҙҙан 31 ғинуарға тиклем йөкмәткеле, матур инсценировкалар көтөп ҡалабыҙ.