Шоңҡар
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 11:51

Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙарын ситкә һатыу планы арттырып үтәлгән

#нацпроекты

Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың 1 декабренә 92 миллион ярым долларлыҡ аҙыҡ-түлек ситкә һатҡан. Был талап ителгән күләмдән юғарыраҡ күрһәткес. Республиканың ауыл хужалығы тауарҙары Бойондороҡһоҙ дәүләтттәр берләшмәһе илдәренә, Төркиә, Иран, Монголия һәм Балтика буйына һатыла.
«Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт» милли проектына ярашлы, экспортлаусыларҙы дәртләндереү һәм уларға булышлыҡ итеү маҡсатында республика программаһы ҡабул ителгән. Былтыр проектта 39 предприятие ҡатнашҡан.
Читайте нас: