Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 17:10

Баймаҡ — башҡорт тоҡомло аттар генофондын һаҡлаусы төбәк

#нацпроекты

Баймаҡ — башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүсе һәм һаҡлаусы төбәк. Баймаҡ районының хужалыҡтарында 15 меңдән ашыу йылҡы аҫрала.
Яңыраҡ Баймаҡта башҡорт тоҡомло аттарҙың киләсәге һәм малдарға ҡағылышлы проблемалар хаҡында урындағы фермерҙар түңәрәк өҫтәл артында фекер алышты.
Төбәктә аттар һаны ишәйгән һайын проблемалар ҙа арта бара. Был бигерәк тә беҙҙең ерлеккә хас башҡорт тоҡомло аттарға ҡағыла. Күп хужалыҡтарҙа йылҡыны теркәмәү, ситтән сифаты булмаған мал һатып алыу ҙур борсоу тыуҙыра.
Кәңәшмәлә йылҡы малын тамғалау, көтөүлектәр, яҙ-йәй айҙарында халыҡтың бесәнлектәренә малды индермәү, улар менән бәйле юл-транспорт фажиғәләрен булдырмау проблемалары ла күтәрелде. Ошо арала төбәктә республика ауыл хужалығы министрлығы ҡатнашлығында йылҡысылыҡ тармағы менән шөғөлләнеүселәрҙең конференцияһын ойоштороу күҙаллана.
Барлыҡ саралар Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы “Иҡтисади үҫеш” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

"Башҡортостан" гәзите мәғлүмәттәре ҡулланылды.


Читайте нас: