Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 11:36

Беренсе бала өсөн әсәлек капиталын мартта уҡ түләй башлайҙар

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәлә тәҡдим иткән закон проекты бер-ике айҙан тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Бының өсөн ғәмәлдәге законға үҙгәреш индерергә кәрәк.
«Бюджет кодексына үҙгәреш индереләсәк. Дәүләт Думаһында быны мөмкин тиклем тиҙерәк эшләргә тырышасаҡтар», - тип билдәләне хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт комитеты етәксеһе Светлана Бессараб.
«Программа 2021 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпләнгән. Беләм, күп кешеләрҙе борсоған һорау йыш яңғырай: 2021 йылдың 31 декабренән һуң дәүләт нимә эшләргә йыйына? Беҙ был программаны оҙайтырбыҙ. Кәмендә 2026 йылдың 31 декабренә тиклем. Әгәр ғаиләлә бала бар икән, икенсеһе тыуғас, уға әсәлек капиталы яңы, арттырылған күләмдә тапшырылырға тейеш тип иҫәпләйем. Ә был, әйтеүемсә, 616 617 һум», — тине Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өсөнсө бала тыуһа, дәүләт ғаиләнең ипотека кредитының 450 мең һумын «ҡаплай».
#ВладимирПутин
Читайте нас: