Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 12:59

Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән саҡта комиссияны бөтөрөргә уйлайҙар

.

Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән саҡта комиссияны бөтөрөргә уйлайҙар. Был турала Дәүләт Думаһында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы башлығы Сергей Неверовҡа һылтанма менән «Известия» хәбәр итә.
Февраль аҙағына тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре буйынса түләүҙәр өсөн банк комиссияһын бөтөрөүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индерәләр.
Үҙәк банк документ өҫтөндә эшләгән депутаттарға ярҙам күрһәткән дә инде, тип билдәләне ул.
Әлеге ваҡытта уның тексы камиллаштырыла, тип раҫланы парламентарий.
«Хәҙер һуңғы консультациялар үткәрәбеҙ», — тип өҫтәне Неверов.
Билдәле булыуынса, әле банк аша (онлайн режимда, банкомат йәки касса аша) торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгәндә халыҡтан күсергән сумманан 0,5-2% күләмендә комиссия алына.

"Башинформ"дан.

Читайте нас: