Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ғинуар 2020, 16:56

Радий Хәбиров республика мәктәптәренә Бразилияла етештерелгән һыйыр ите килтереү осрағы өсөн асыуланды

.

Башҡортостанда контроль идаралығы республика мәктәптәрендә туҡланыуҙы тикшереү барышында белем биреү учреждениеларында Бразилияла етештерелгән һыйыр итен ҡулланыу осрағын асыҡланы. Был хаҡта бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы хәбәр итте.
«Беҙ Башҡортостан биләмәһенән һәм Рәсәй Федерацияһынан республика мәктәптәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү нисбәтен ҡараныҡ. Ике район мине хайран ҡалдырҙы. Өфө һәм Кушнаренко райондары мәктәптәрендә республика продукцияһы бөтөнләй ҡулланылмай», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, Кушнаренко районында уҡыусыларҙы ашатыу өсөн Мәскәү өлкәһе Люберцы районы компанияһының ит блоктары файҙаланыла. Етештереү сертификатында иттең Бразилиянан булыуы яҙылған.
«Ошо итте балаларыбыҙға ашатабыҙ. Мин был хаҡта күп тапҡыр әйтергә тейешменме? – тип асыуланды Радий Хәбиров. — Контроль идаралығы йәнә тикшерһен һәм мин эшегеҙгә тура килеү-килмәү тураһында мәсьәләне ҡуйырмын, — тип мөрәжәғәт итте ул район башлығына. — Өфө районы – һеҙ ҙә иғтибар итегеҙ. Унда тәртип урынлаштырмайынса, мәктәптә туҡланыуҙы даими тикшерербеҙ. Был – һеҙҙең яуаплылыҡ зонаһы».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Россельхознадзор Бразилиянан индерелгән ит продукцияһында тыйылған үҫеш стимуляторҙарын (рактопамин аҙыҡ өҫтәмәһен) асыҡланы һәм Рәсәйгә Бразилиянан сусҡа, һыйыр итен килтереүҙе тыйҙы. Бер йылдан һуң ведомство Бразилияның туғыҙ предприятиеһынан ғына ит алып ҡайтырға рөхсәт бирҙе.

"Башинформ"дан.

Читайте нас: