"Демография проблемаһы әсәлек капиталына түгел, ә рәсәйҙәрҙең йәшәү кимәленә бәйле. Һәм беренсе балаға әсәлек капиталы түләү илдә хәйерселекте үрсетеү", - тип иҫәпләй телетапшырыуҙар алып барыусы ханым. Уның һүҙҙәре йәмғиәттә шау-шыу ҡуптарҙы. Беренселәр Водонаеваны хупланы, йәнәһе лә, хәҙер барыһы ла бала таба башлаһа, был мәсьәләне тағы ла ҡырҡыулаштырасаҡ, икенселәр блогерға ҡаршы яҙмалар яуҙырҙы.
Водонаеваның яҙмаһына ҡарата президент та үҙ фекерен белдерҙе. Владимир Путин беренсе бала өсөн биреләсәк әсәлек капиталына ҡаршы сығыусыларҙы "әшәке кешеләр" тип атаны. "Әсәләргә аҡсалата ярҙам мотлаҡ биреләсәк. Закон проекты ҡабул ителеү менән уны киңәйтеү мөмкинлектәрен ҡараясаҡбыҙ", - тип белдерҙе Владимир Путин.