Шоңҡар
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ғинуар 2020, 12:30

Республика синоптиктары буран, ҡар һырынтылары һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә

.

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 21 ғинуарҙа республикала аяҙлы-болотло була, бер аҙ епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр.
Һауа температураһы көндөҙ — 0-дән 5 градусҡаса һалҡын.
22 ғинуарҙа төндә бер аҙ епшек ҡар, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Урыны менән буран, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы мөмкин. Юлдар тайғаҡ, көртлө. Ел көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә — 1-6 градус һалҡын, көндөҙ — минус 4-тән плюс 1-гә тиклем.
23 ғинуарҙа йәнә епшек ҡар яуыуы көтөлә, көндөҙ аҙ ғына, урыны менән буран, боҙлауыҡ, юлдар тайғаҡ, көртлө. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ — 1-6 градус һалҡын.

"Башинформ"дан.

Читайте нас в